+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күңелемде һаман йылыта

Ҡыш - ул минең яратҡан миҙгелдәремдең береһе. Бигерәк тә ҡышҡы каникулды көтөп алам. Быйылғы ҡыш сатлама һыуыҡтары менән килеүенә ҡарамаҫтан,каникулым файҙалы һәм күңелле үтте. Иҫтәлектәр һаман да күңелемде йылыта.

Күңелемде һаман йылыта
Күңелемде һаман йылыта
Саф һауа - йәнгә дауа ул. Шуға көн дә тышта саф һауала йөрөнөм.Мин һыуыҡтан ҡурҡмайым, өшөмәйем, сөнки ҡар көрәйем, һикәлтәне һеперәм, утын ташыйым,тауыҡтарға ем һалам, ҡуяндарҙы ҡарайым.
Ғаилә менән бергә ял итергә лә ваҡыт таптыҡ. "Инсебикә" ял базаһына барып, "банан"да йөрөнөк, тюбингта шыуҙыҡ. Һыу инергә бассейнға барҙыҡ. Тағы ла үҙебеҙҙең матур тәбиғәтле яҡтарыбыҙға сәйәхәттәр ҡылдыҡ.
Шулай уҡ синыф менән йыйылып, тау шыуырға ла өлгөрҙөк. Апайыбыҙ күстәнәстәр таратты, бер-беребеҙҙе ныҡ һағынышҡан инек. Ошо каникулда мин һүрәт төшөрөү серҙәренә лә өйрәндем.
Күңелле ялым һиҙҙермәйсә үтеп тә китте. Синыфташтарымды, мәктәбемде һағынып, дәртләнеп уҡырға килдем.
Ленара МӘСӘҒҮТОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.
Күңелемде һаман йылыта
Күңелемде һаман йылыта
Күңелемде һаман йылыта
Күңелемде һаман йылыта
Күңелемде һаман йылыта
Күңелемде һаман йылыта
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: