+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Саф һауала матур сара

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусы Юлдыбай ауылы гөрләп торҙо. Ауыл мәктәбе алдында "Иң матур быйма", "Иң матур сана" конкурстары үтте бит!

Саф һауала матур сара
Саф һауала матур сара

Уҡыусыларҙың фантазияһы ҙур ғына булып сыҡты: кемдер милли орнаменттарға өҫтөнлөк бирһә, икенселәр тыныслыҡты сағылдырған, патриотик темаға мөрәжәғәт иткән. Өлкән синыф уҡыусылары араһында Наҙгөл Дәүләтсуринаның быймаһы иң матуры тип табылһа, башланғыс синыфтарҙан Айгүзәл Бередникованың быймаһы барыһына ла оҡшаны.

Сана биҙәү ярышында иһә Заһитулла Әбсәләмов Гран-при яуланы, уның тракторҙы хәтерләткән санаһы бик үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. I синыф уҡыусыһы Нуриман Нәҙерғоловтың Кремлде һынладырған санаһы ла барыһын да хайран итте. Уға беренсе урын бирелде.
Биҙәлгән быймаларын кейеп, тышта рәхәтләнеп бейеп алғандан һуң, барса халыҡ тауҙан шыуырға китте. Ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа күңелдәре булғансы саф һауала күңел асты. Аҙаҡ иһә боҫрап торған самауырҙан сәй эсеп, тәмле бөйөрөктәр менән һыйландылар. Күмәкләп тауҙан шыуыу күңелле икәнен аңланы улар. Ялда тағы ла бергәләп тауға килергә һүҙ ҡуйышты ҡыҙҙар һәм малайҙар!

Афариндар! Саф һауа һәр кемгә килешә шул.

Резеда ВӘЛИЕВА.

Йылайыр районы, Юлдыбай ауылы.

 

Саф һауала матур сара
Саф һауала матур сара
Саф һауала матур сара
Саф һауала матур сара
Саф һауала матур сара
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: