-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Колледж менән таныштыҡ

Белорет районы Шығай мәктәбенең IX синыф уҡыусылары Белорет ҡалаһы педагогия колледжы ойошторған Асыҡ ишектәр көнөндә ҡатнашты.

Колледж менән таныштыҡ
Колледж менән таныштыҡ

Колледж директоры  Гөлшат Рауил ҡыҙы Йомағужина уҡыусыларға ниндәй һөнәр буйынса белем алыу, уҡырға инеү нескәлектәрен аңлатты. Был уҡыу йортонда һигеҙ йүнәлеш буйынса белем алыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, ошондай квалификациялар буйынса һөнәр алырға була: селтәр һәм система администраторы, мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәсеһе, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы,социаль эштәр буйынса белгес, физкультура уҡытыусыһы, программист.

Уҡыусылар төрлө төркөмдә бүленеп квест-уйында ҡатнашты. Студенттар уларға уйын формаһында һәр һөнәргә бәйле ҡыҙыҡлы эштәр тәҡдим итте, яңы заманға бәйле информацион һәм коммуникатив технологияларҙы ҡулланыу даирәһен дә төшөндөрҙөләр. Шулай уҡ уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр һәм уҡырға инергә саҡырҙылар.

Балаларға Асыҡ ишектәр көнө оҡшаны, колледж менән танышыуҙан ҡәнәғәт булып ҡайттылар.

Гөлсөм ЙЫЛҠЫБАЕВА,уҡытыусы.

Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Колледж менән таныштыҡ
Колледж менән таныштыҡ
Колледж менән таныштыҡ
Колледж менән таныштыҡ
Колледж менән таныштыҡ
Колледж менән таныштыҡ
Колледж менән таныштыҡ
Колледж менән таныштыҡ
Колледж менән таныштыҡ
Колледж менән таныштыҡ
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: