+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусылар белемдәрен тикшерҙе

Акъяр ауылының 2-се мәктәбендә VIII-X синыф ҡыҙҙары һәм егеттәре - Урал тау-металлургия компанияһының Инженерҙар мәктәбе уҡыусылары араһында "Тәбиғи фәндәр марафоны" олимпиадаһының район этабы үтте.

Уҡыусылар белемдәрен тикшерҙе
Уҡыусылар белемдәрен тикшерҙе

Олимпиадала Подольск ауылы һәм 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Сара командаларҙың визиткаларынан башланды, артабан йәштәр тәжрибәләр үткәрҙе һәм мәсьәләләр систе.

Әйткәндәй, "Тәбиғәт фәндәре марафоны"ның бағымсыһы - "Башҡорт баҡыры" йәмғиәте. Ошондай уҡ сара Сиҙәм һәм Өфө ауылдары мәктәптәре уҡыусылары өсөн дистанцион рәүештә ойошторола.

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

 

Уҡыусылар белемдәрен тикшерҙе
Уҡыусылар белемдәрен тикшерҙе
Уҡыусылар белемдәрен тикшерҙе
Уҡыусылар белемдәрен тикшерҙе
Уҡыусылар белемдәрен тикшерҙе
Уҡыусылар белемдәрен тикшерҙе
Уҡыусылар белемдәрен тикшерҙе
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: