+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Осрашыу ныҡ оҡшаны

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылы мәҙәниәт йортонда эске эштәр министрлығы ветераны, Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто уҡытыусыһы, "Йәш армеецтар" хәрәкәте етәксеһе Таһир Фәтих улы Ишемғолов менән осрашыу үтте.

Осрашыу ныҡ оҡшаны
Осрашыу ныҡ оҡшаны

Унда башланғыс синыф уҡыусылары, "Туржы ынйылары" коллективы, уҡытыусылар ҡатнашты.

Таһир Фәтих улы райондағы "Йәш армеецтар" хәрәкәте эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, сынығыу буйынса кәңәштәр бирҙе. Шулай уҡ уҡыусылар менән сафта йырлап атлау буйынса күнекмәләр ҙә үткәрҙе. Барыһы ла ҡунаҡтың әрмелә ҡайҙа хеҙмәт итеүен, нисә тапҡыр парашют менән һикереүе тураһында һөйләүен ҡыҙыҡһынып тыңланы.

Осрашыу барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны.

Фәриҙә ҠӘЙЕПОВА.

Хәйбулла районы, Мәмбәт мәктәбе уҡыусыһы.

Осрашыу ныҡ оҡшаны
Осрашыу ныҡ оҡшаны
Осрашыу ныҡ оҡшаны
Осрашыу ныҡ оҡшаны
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: