

Һаман да килмәгәс, барып ҡараһам, ул әсәһен ишетерлек хәлдә түгел ине. Шул тиклем планшеттағы уйынға бирелгән, башҡаларҙа уның эше юҡ. Хатта ҡолағына ҡысҡырһаң да, ишетмәҫ. XXI быуатта йәшәйбеҙ, һәр бер баланың үҙенең гаджеты бар, хатта иң кескәйҙәр ҙә уның менән ҡуллана белә. Әлбиттә, донъя үҙгәрә, бер килеш кенә тормай: йылдан-йыл беҙ интернетҡа нығыраҡ бәйле була барабыҙ, был хәлдән ҡотолоу мөмкин түгел. Күп ата-әсәләр хәҙер анһатҡа сыҡты: балаға компьютер йәки планшет, смартфон тоттора ла үҙ эше менән булыша, ул иламай, мыжымай, сөнки яңы тәтәйенә иҫе китеп уйнап ултыра.
Интернетһыҙ йәшәп булмай. Быны аңлайым. Уның файҙаһы ла күп: онлайн-курстар, донъя яңылыҡтары, электрон-китаптар... Әммә зыяны ла аҙ түгел. Иң мөһиме – был сығанаҡтар менән ҡуллана белеү, сөнки виртуаль донъяла кеше кеҫәһенә инеп байырға теләүселәр ҙә бихисап. Оло йәштәгеләр йыш ҡына уларҙың ҡорбаны була: алдаҡ юл менән йорт-ерен тартып алалар, улар исеменә берәй кредит алып ҡасалар. Күп кеше интернетҡа ялған мәғлүмәт һала башланы, шуның менән башҡаларҙың башын бутай. Был ҡыҙғаныс хәл мине бик борсой, сөнки хатта бәләкәй балалар ҙа донъяның кире яғын ғына күрә. Улар ҡаты бәғерлегә әйләнә. Тап шул ваҡытта уларҙың психикалары боҙола.
Минең уйлауымса, атай-әсәйҙәр балаларына күберәк ваҡыт бүлергә тырышырға тейеш. Юғиһә, улдарын, ҡыҙҙарын интернет тәрбиәләйәсәк. Йышыраҡ саф һауала йөрөргә, балалар менән уларға ярашлы темаларға һөйләшеп, һорауҙарына яуап биреп, хәлдәрен белеп торорға тәҡдим итә белгестәр. Шул саҡта улар гаджетҡа түгел, ә ата-әсә янына ынтыласаҡ.
Анастасия ИВАНЦОВА.
Мәләүез районы, Нөгөш мәктәбе.