+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
11 Февраль 2023, 09:35

Ир ҡанаты ат була

Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тигәндең дөрөҫлөгөнә ҙурайған һайын инана барам. Эйе, малайҙар бәләкәйҙән йә техника, тран­спорт, йә ат ярата икән ул.

Ир ҡанаты ат булаИр ҡанаты ат була
Ир ҡанаты ат була

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ат һәр кемдә юҡ хәҙер, шулай ҙа уға булған мөнәсәбәт һәр малайҙың йөрәгендә бер осҡон булып дөрләй. Шул осҡондо ҡуҙғатһаң, тәрән ялҡын­ға әйләнеп китмәҫ, тимә! Әйткәндәй, ошо көндәр­ҙә Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ баш­ҡорт драма театры сәхнәләштергән «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» драмаһын ҡарап, спектаклдән алған рухи тәьҫораттар һаман тынғы бирмәй. Был әҫәрҙең авторы Мөнир Ҡунафин, режиссёры Айҙар Зарипов икән. Артистар шул тиклем килештереп уйнаны. Һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Залда күңеле тулмаған тамашасы ҡалмағандыр.
Театрҙан тәьҫирләнеп сыҡтым. Ябай ғына ауыл атының яҙмышы тетрәндерҙе мине. Уның менән ҡыҙыҡһынып, байтаҡ мәғлүмәт тупланым. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Керчь та һуғышҡа алына. Яу юлдарын хужаһы, гвардия майоры Ибраһим Ислам улы Фәттәхов менән бергә үтә. Һуғыш яланында һалдаттар күргәнде ул да күрә. Тыуған яғына иҫән-һау ҡайтыу бәхете тейеүе хаҡында төрлө сығанаҡтарҙан уҡып белдем.
Беҙгә, малайҙарға, нәҡ ошондай мәғлүмәт бик кәрәк инде. Ул илһөйәрлек той­ғоһо тәрбиәләй, тиһәм, һис кенә лә яңылышмам, моғайын. Йәш быуынды ошондай әҫәрҙәр аша тәрбиәләү көн­үҙәк һәм мөһим. Эх, был драманы бар уҡыу йорттарында ла күрһәтһәләр, нисек шәп булыр, күңеле елкенмәгән бер егет тә ҡалмаҫ ине. Ябай аттың шул хәтлем ҙур батырлығы, ысынлап та, ололауға бик лайыҡ!

Урал ЙӘНБИРҘИН.
Ишембай ҡалаһы,
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге
2-се башҡорт интернат-гимназияһы. 

Фото: bashinform.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас