

Дәрескә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡаланың «Яугөл» ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе, хажиә Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡова ла саҡырылғайны. Ул беҙгә Ҡөрьән, тәсбих, намаҙлыҡ, дин, хәҙис, сүрәләр, доғалар тураһында мәғлүмәт бирҙе. Дилара апай ололар һүҙе, мәҡәл-әйтемдәр тураһында һөйләгәндә уҡытыусыларыбыҙ экрандан мәҡәлдәр күрһәтте. Ә беҙ ике бағанаға яҙылғандарынан төп һүҙҙе билдәләргә, шунан антонимдарын табырға тейеш инек.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбай – хәҙистәрҙе, күренекле шағир Мәүлит Ямалетдинов сүрәләрҙе шиғри юлдарға һалған икән. Улар менән танышып, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған юлдарҙы билдәләнек. Шулай уҡ дәрестә ниндәй изге ғәмәлдәр ҡылырға, нимәләрҙән тыйылырға кәрәклеген дә белдек.
Был көндө махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдат ағайҙарҙы ла иҫкә төшөрҙөк. Уларға иҫәнлек, Ер йөҙөндә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләнек.
– Эйе, балаларҙың теләге ҡабул була, – тине Дилара апай. Күмәкләп доға ҡылғас, ул беҙгә бетеү таратып сыҡты.
Гимназиябыҙҙың уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Илүзә Әкрәм ҡыҙы Биктимерова дәрескә анализ яһап, уның тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле булыуын белдерҙе. Әүҙем ҡатнашҡаныбыҙ өсөн беҙгә маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе.
Был дәрес ныҡ оҡшаны. Күпте белеп ҡалдыҡ.
Юлиә ТУЛЫБАЕВА, VIII cиныф уҡыусыһы.
Сибай интернат-гимназияһы.