+23 °С
Дождь
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
15 Февраля 2023, 11:10

Батырлыҡ дәрестәре үтте

Бөгөн - Рәсәйҙә Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгәндә вафат булған яугирҙарҙы иҫкә алыу көнө. Был дата - символик мәғәнәгә эйә. Унда ил мәнфәғәттәрен яҡлап ғүмерен биргән антҡа, хеҙмәт бурысына тоғролоҡ, һалдат һәм офицерҙарҙың фронт туғанлығы сағыла. 

Батырлыҡ дәрестәре үттеБатырлыҡ дәрестәре үтте
Батырлыҡ дәрестәре үтте

Район мәктәптәрендә уҡыусылар өсөн батырлыҡ дәрестәре, "Иң мөһиме тураһында һөйләшеүҙәр", хәрби хәрәкәт ветерандары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар ойошторола.

Мәҫәлән, 2-се Аҡъяр мәктәбендә Афған һуғышында ҡатнашыусылар, Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары менән осрашыу үтте. Яңы Ергән ауылы мәктәбе уҡыусыларына локаль конфликттарҙа ҡатнашҡан ауылдаштары - интернационалистар тураһында һөйләнеләр. Маҡан ауылы мәктәбендә VIII - XI синыф уҡыусылары Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы менән осрашты.

Балалар Афған һуғышы тураһында документаль фильм ҡараны, Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт итеүсе ветерандарҙың хәтирәләрен тыңланы, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Осрашыуҙар барышында шулай уҡ хәҙерге йәштәргә патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләре тикшерелде.

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Батырлыҡ дәрестәре үтте
Батырлыҡ дәрестәре үтте
Батырлыҡ дәрестәре үтте
Батырлыҡ дәрестәре үтте
Батырлыҡ дәрестәре үтте
Батырлыҡ дәрестәре үтте
Батырлыҡ дәрестәре үтте
Батырлыҡ дәрестәре үтте
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас