+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
15 Февраля 2023, 04:50

Иҫтәлекле осрашыуҙар

Мәктәбебеҙҙә төрлө кисәләр, осрашыуҙар үтеп кенә тора. Күңелле йәшәйбеҙ. Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы башланды. Уға арнап мәғариф ветераны, элекке директорыбыҙ Фазылйән Айса улы Сурин менән осрашыу үткәрҙек.

Иҫтәлекле осрашыуҙарИҫтәлекле осрашыуҙар
Иҫтәлекле осрашыуҙар

Ҙур байрамға әйләнде кисәбеҙ. Фазылйән Айса улы бөтә ғүмерен балаларға бағышланы, математиканан уҡытты. Үҙен оҫта етәксе итеп тә танытты. Әлеге әллә ҡайҙан балҡып ултырған мәктәп тә уның хәстәрлеге, тырышлығы менән һалынды. Бының өсөн бөтә Әбеш биләмәһе ата-әсәләренең, уҡыусыларының рәхмәте сикһеҙ.
Фазылйән Айса улына яңыраҡ 80 йәш тулды. Ветераныбыҙҙы юбилейы менән ҡотланыҡ, иҫтәлекле бүләк тапшырҙыҡ.
– Мине мәктәпкә саҡырып, ҙурлағанығыҙ, матур байрам үткәргәнегеҙ өсөн рәхмәт, – тип ҡыуанды ул.
Беҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлы осрашыу көткән икән. Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡтар килеп төштө. Билдәле шағирҙар, драматургтар, республика журналдары баш мөхәррирҙәре һәм студенттарҙан торған «Замандаш» театраль-фольклор төркөмө мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары менән осрашты.
Улар белем усағыбыҙ менән танышҡас, үҙҙәренең беҙҙең яҡҡа фольклор йыйырға, йолаларыбыҙҙы өйрәнергә килеүҙәре тураһында һөйләне, шиғри күстәнәстәре менән уртаҡлашты. Ҡунаҡтар балаларға бик күп китаптар, журналдар ҙа бүләк итте.
Осрашыу мәктәп уҡыусыларының сығыштары менән үрелеп барҙы. Ул бөтәбеҙгә лә оҡшаны. Был иҫтәлекле көн күңелдәребеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр әле.

Алһыу АҠЪЮЛОВА,
тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.
Хәйбулла районы, Әбеш мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас