+24 °С
Облачно
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
16 Февраля 2023, 06:35

Яугир-интернационалист иҫтәлегенә

Ҡәнзәфәр ауылында яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин иҫтәләгенә арналған милли көрәш буйынса район-ара ярыштар үтте.Йәштәрҙә патриотизм тәрбиәләү, улар араһында эскелек, наркомания һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү, көрәш спортын үҫтереү һәм популярлаштырыу турнирҙың төп маҡсаттары булып тора.

Яугир-интернационалист иҫтәлегенәЯугир-интернационалист иҫтәлегенә
Яугир-интернационалист иҫтәлегенә

Яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин кубогына милли көрәш буйынса тәүге ярыштар 1990 йылда Йомағужа урта мәктәбендә үткәрелә. 1993 йылдан башлап был ярыштарҙа күрше райондарҙан да спортсылар ҡатнаша. Йылайыр районы хакимиәте башланғысы менән 1999 йылда ярыштар район-ара статусын ала. Йыл һайын турнирҙа Урал аръяғының 120-гә яҡын иң көслө көрәшселәре ҡатнаша.
Рафаэль Ҡолһарин Афғанстанда хеҙмәт иткән, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. 1981 йылдың 7 июлендә яуҙа дошмандың 9 ут нөктәһен юҡ иткән, ҡаты яраланған һәм госпиталдә яҡты донъя менән хушлашҡан. Хәрби операцияла күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм СССР Юғары Советының Почёт грамотаһы менән наградланған. Яугир иҫтәлегенә Йомағужа ауылында обелиск ҡуйылған.

А.АЙЫТҠОЛОВА.

Йылайыр районы.

Яугир-интернационалист иҫтәлегенә
Яугир-интернационалист иҫтәлегенә
Яугир-интернационалист иҫтәлегенә
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас