+30 °С
Облачно
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
17 Февраля 2023, 18:55

Бишенселәр – күңелле сарала

Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһының музейында V “А” һәм  V “Б” төркөмө уҡыусылары  "Гүзәл ҡалам – һиндә ҡалам" исемле онлайн "сәйәхәттә" ҡатнашҡан. Был сара Күмертау ҡалаһының 70 йыллыҡ юбилейына арналған. 

Бишенселәр – күңелле саралаБишенселәр – күңелле сарала
Бишенселәр – күңелле сарала

Тәрбиәселәре – Лилиә Рәми ҡыҙы Хисмәтуллина. Сараға әҙерлек барышында уҡыусылар ҡаланың иҫтәлекле урындарын сағылдырған һүрәттәр төшөргән һәм шул эштәре буйынса мәғлүмәт әҙерләп,  "ҡунаҡҡа" килгән әкиәт геройы Белмәҫйән һәм төркөмдәштәре алдында сығыш яһаған. Бик матур итеп ҡаланың легендаһын сәхнәләштергәндәр. "Сәйәхәт" бик бай йөкмәткеле булғас, балаларға ла бик ныҡ оҡшаған.

Афариндар!

Бишенселәр – күңелле сарала
Бишенселәр – күңелле сарала
Бишенселәр – күңелле сарала
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас