+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
17 Февраль 2023, 06:10

Халыҡ шағирына арналған квиз-уйын

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында башҡорт телендә Квиз-уйын үтте. Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың  тыуған көнөнә арналды.

Халыҡ шағирына арналған квиз-уйынХалыҡ шағирына арналған квиз-уйын
Халыҡ шағирына арналған квиз-уйын

Уны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың "Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте" ойошторҙо. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла һәм 6 тапҡыр төрлө темаларға уҙғарыла.

Әгәр беренсе уйын Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналһа, артабанғылары башҡорт мәҙәниәте, тарихы, әҙәбиәтенә, "Урал батыр" эпосына бағышланасаҡ. Бер уйында 10-шар кешенән торған 15-кә яҡын команда ҡатнаша ала. 
-Уҡыусылар яңы белем менән ҡайтып китәсәк: һәр раундтан һуң, барлығы өсәү, беҙ ҡатнашыусыларға дөрөҫ яуаптарҙы бирәбеҙ. Уйын тулыһынса башҡорт телендә үткәрелә. Был иһә халыҡ араһында башҡортса һөйләшеү кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә, - ти Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова.
Раундтар араһында тәнәфестә Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады тураһындағы сайттың презентацияһы уҙҙы. Ул Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының "Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте" төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғариповтың балалары Гөлнара һәм Азамат Ғариповтарҙың ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.
Бына ошо командалар еңеүсе тип табылды: 4-се команда - 1-се урын, 1-се команда - 2-се урын, 8-се команда - 3-сө урын. Был командалар еңеүсе кубогын алды, ә һәр ҡатнашыусы - махсус рәүештә ошо уйын өсөн әҙерләнгән йәбештергес башҡорт стикерҙары менән бүләкләнде.
Февраль һәм март айҙарында тағы ла 5 квиз ойоштороласаҡ, яңылыҡтарҙы ошо төркөмдә ҡарап барырға мөмкин https://vk.com/bash_fond.

Н. ҠАСИМОВА.

Халыҡ шағирына арналған квиз-уйын
Халыҡ шағирына арналған квиз-уйын
Халыҡ шағирына арналған квиз-уйын
Халыҡ шағирына арналған квиз-уйын
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас