+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
18 Февраль 2023, 08:30

Тәмле лә һуң милли аштарыбыҙ!

Республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы быйыл да «Минең милли ашым» флешмобын иғлан иткәйне. Унда теләгән һәр уҡыусы үҙ халҡының йәиһә башҡа милләт ашын бешереп, видеояҙма йә фото менән уртаҡлаша алды.

Тәмле лә һуң милли аштарыбыҙ!Тәмле лә һуң милли аштарыбыҙ!
Тәмле лә һуң милли аштарыбыҙ!

Беләһегеҙме, был акцияла 1 мең103 мәктәптән 50 мең уҡыусы ҡатнаш­ҡан. Иҫ китмәле! Тимәк, күптәр дуҫтарын милли аш-һыуы менән таныштырып ҡына ҡалмаған, ә үҙенең бешереү оҫталығын да һынаған. Кемдер өйҙә әсәһе менән бишбармаҡ, былау, бәрәмәс, ҡоймаҡ әҙерләп мәктәпкә килтерһә, икенселәр хеҙмәт дәресендә уҡытыусылары ярҙамында башҡар­ған был эште.
Был һүрәттәге 108-се мәктәптең V «Б» си­ныфы уҡыусылары ла флешмобта теләп ҡатнашты. Етәкселәре Ләйсән Ишмырҙа ҡыҙы Юлбирҙина, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, балаларҙы үҙебеҙҙең милли ашамлыҡ һәм эсемлектәр менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Ни генә юҡ ине өҫтәлдә: тултырма, майланған ҡаҡ, эремсек бәлеше, ҡымыҙ, йүкә балы, мәтрүшкә...
Саранан һуң уҡыусылар һәр аш төрөнән ауыҙ итеп, күңелдәре булып таралышты, икенсе йылға үҙҙәре лә тәмлекәс әҙерләп килтерергә вәғәҙә бирҙе.

Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас