

Киске Өфө беҙҙе йым-йым уттары менән ҡаршы алды. 12 ғинуарҙа олимпиаданың төп этаптарын үтеп, 13 ғинуарҙа ябыу тантанаһында миңә һәм синыфташым Алина Ғәбдрәшитоваға бәхет йылмайҙы, икебеҙ ҙә – еңеүселәр иҫәбендә! Беҙҙең тырышып-тырмашып көндәр-төндәр буйы әҙерләнеүебеҙҙең һөҙөмтәһе бит был.
Еңеүсе дипломдарын һәм ҡиммәтле бүләктәр алдыҡ. Әлбиттә, был уңышыбыҙҙа уҡытыусыбыҙ Рәсимә Миңлехәйҙәр ҡыҙы Ғәббәсованың да өлөшө бик ҙур. Атай-әсәйҙәребеҙгә лә рәхмәтлебеҙ. Олимпиадала ҡатнашыуыма бик шатмын, сөнки ул миңә еңеүемдән тыш, республикамдың баш ҡалаһы менән яҡыныраҡ танышырға мөмкинлек бирҙе.
Экскурсия ваҡытында үҙем өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәт алдым. Милли музейҙа булдыҡ. Экспонаттарға бай ине ул, бөтә башҡорт тарихын, сәнғәтен һәм йолаларын үҙенә йыйған. Миңә бигерәк тә Башҡортостандың билдәле шәхестәренә, милли геройҙарына арналған бүлек оҡшаны. Улар араһынан хәтеремдә күберәк Салауат Юлаев, Муса Мортазин, Миңлеғәле Шайморатов образдары иҫтә ҡалды. Сөнки тап ошо кешеләр башҡорт халҡы, иле өсөн ауыр ваҡыттарҙа көрәшкән.
Артабан беҙ Совет майҙанына юл тоттоҡ. Тиҙерәк Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәлен күргем килде. Ә Рәсәй Геройы, Бөйөк Ватан һуғышында 112-се башҡорт атлы дивизияһын етәкләгән генералға арналған мемориаль комплекс иҫ киткес матур, һоҡланғыс ине. Уның етәкселегендә һалдаттар Ватаныбыҙҙы яҡлаған һәм илебеҙҙең тыныслығы өсөн ғүмерҙәрен биргән. Һәйкәл башҡорт рухын, холҡон сағылдыра. Беҙҙең ғорур халҡыбыҙ бер ҡасан да дошмандан ҡасмаған һәм уға баш эймәгән.
Өфөнөң тағы ла бер гүзәл урындарының береһе, минең уйлауымса, «Ете ҡыҙ» фонтаны. Күптән уны үҙ күҙҙәрем менән күреп ҡайтырға хыяллана инем. Был фонтан да ҡарап туйғыһыҙ, уға ҙур мәғәнә һалынған. Ете йәш ҡыҙҙың фажиғәле яҙмышы тураһындағы легендаға нигеҙләнеп эшләнелгән.
Шулай итеп, Өфөнән үҙемдең ауылым Һәргәйгә рухи яҡтан байып ҡайттым. Тиҫтерҙәрем башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнһен, белһен, киләсәк быуындарға еткерһен, тигән теләктәмен.
Анастасия ИВАНЦОВА, XI синыф уҡыусыһы.
Мәләүез районы, Нөгөш мәктәбе.