

Балаларға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, Ватанға һөйөү тойғоһон үҫтереү маҡсатында уҙғарыла улар. Уҡыу аҙнаһы "Мөһим һөйләшеүҙәр"ҙән башланып, сираттағы сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды.
Бүребай ауылы мәктәбендә шайморатовсылар беренсе синыф уҡыусыларына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы, үҙҙәренең формалы кейеме хаҡында һөйләне, байраҡ күрһәтте һәм ваҡытҡа автомат һүтеп, йыйып күрһәтте. Бында Шайморатов синыфы быйыл барлыҡҡа килде һәм мәктәп уҡыусылары өсөн лайыҡлы өлгө күрһәтә.
Ошондай саралар барышында балалар байрамдың ғына түгел, айырым кешеләрҙең - хәрбиҙәрҙең тарихы менән дә таныша.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА,
Хәйбулла районы.