+30 °С
Облачно
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
27 Февраля 2023, 04:50

"Һуғыш балалары — Еңеү балалары"

Лицейыбыҙҙа шундай исемле ҡала күләмендәге ҙур сара булып уҙҙы. Был осрашыуға Бөйөк Ватан һуғышы осоро балалары саҡырылғайны.

"Һуғыш балалары — Еңеү балалары""Һуғыш балалары — Еңеү балалары"
"Һуғыш балалары — Еңеү балалары"

Уны асып:
– Беҙ Еңеүҙең нисек яуланғанын беләбеҙ. Күп ғазаптар, юғалтыуҙар аша килде ул. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – һуғыш осоро балалары һәм ветерандар советы рәйесе, отставкалағы подполковник Рәшит Хәйҙәр улы Иҙрисов, «Һуғыш балалары» ойошмаһының рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Хәмитова. Осрашыуға килгәндәре өсөн уларға рәхмәт әйтәбеҙ, – тине лицей директоры Гөлнәзирә Батыр ҡыҙы Иглекова.
Ҡунаҡтар үҙҙәренең хәтирәләре менән бүлеште. Улар һуғыш ваҡытында күргән ауырлыҡтары, ас-яланғас, ал-ял белмәй тир түккәндәре, әммә дошманды еңеүгә ышаныстары көслө булыуы тураһында һөйләне. Балалар тып-тын ҡалып тыңлап ултыр­ҙы.
Уҡыусылар лицейҙың директор урынбаҫары Ләйсән Фәрит ҡыҙы Ниязғолова етәкселегендә музыкаль композиция әҙерләгәйне. Уны ҡунаҡтар яратып ҡараны. Олег Анатольевич Сударев «Ка­тюша» йырын башҡарғанда бөтә зал ҡушылды.
Осрашыу аҙағында:
– Һәр тандың тыныс атыуына шатланып уянабыҙ. Сәмләнеп тормош көтәбеҙ, балалар үҫтерәбеҙ. Бының өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ғүмерҙәрен биргән олатайҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан, тылда ҙур батырлыҡ күрһәткән һуғыш балаларына ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – тип белдерҙе Гөлнәзирә Батыр ҡыҙы.

Илһөйәр БАЙРАҠАЕВА, тарих уҡытыусыһы.
Сибай ҡалаһы, «Ирәндек» лицейы.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас