

Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Салауат Нәзир улы Ҡолбахтин һәм Башҡортостан Республикаһының төбәк-ара «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» йәмғиәте ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәп улы Рәжәпов сығыш яһаны. Уҡыусылар үҙҙәренең ижади һәләттәрен, фән һәм техника буйынса уңыштарын күрһәтте. Шулай уҡ һөнәри йүнәлеш биреү белгестәре менән осрашыу һәм һынлы сәнғәт күргәҙмәһе ойошторолдо.
Алда һеҙҙе, уҡыусылар, бик күп ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, иҫ киткес асыштар, фәһемле саралар көтә. Уңыштар теләйбеҙ!
Мин – хәрәкәттә, беҙ – хәрәкәттә, һәр саҡ хәрәкәттә!
Рима ЯРУЛЛИНА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы.