+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Йәш хәбәрселәр өлкән коллегаларында ҡунаҡта

Марттың тәүге йәкшәмбеһендә Халыҡ-ара балалар телевидениеһы көнө билдәләнде. Ошо байрам уңайынан "Беҙ бергә" муниципаль медиаүҙәгендә шөғөлләнеүсе балалар Акъяр телерадиотапшырыуҙар студияһына экскурсияға килде. 

Йәш хәбәрселәр өлкән коллегаларында ҡунаҡтаЙәш хәбәрселәр өлкән коллегаларында ҡунаҡта
Йәш хәбәрселәр өлкән коллегаларында ҡунаҡта

Сараға Өфө, Бүребай, Татырүҙәк һәм Аҡъяр ауылдарынан уҡыусылар йыйылды. Билдәләп үтергә кәрәк, райондың 4 мәктәбенең үҙ телестудиялары бар. Балалар мәктәп тормошо тураһында видеороликтар төшөрә. Шулай уҡ Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда оҙаҡ йылдар "Осҡон" телестудияһы эшләп килә. Видеоматериал менән нисек эшләргә кәрәклеген йәштәр ишетеп кенә белмәй. Шуға күрә экскурсияға ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килделәр. Аҡъяр телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре телестудияның тарихын, "кадр артындағы тормошон" һәм монтажлау серҙәрен күрһәтте, шулай уҡ балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, ә иң ҡыйыуҙары "Яңылыҡтар"ҙы алып барып ҡараны.
Экскурсия файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булды. Ҡыҙҙар һәм егеттәр яҡшы видеоконтент булдырыу өсөн ниндәй программала күп мөмкинлектәр барлығын белде. Сара күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Йәш хәбәрселәр өлкән коллегаларында ҡунаҡта
Йәш хәбәрселәр өлкән коллегаларында ҡунаҡта
Йәш хәбәрселәр өлкән коллегаларында ҡунаҡта
Йәш хәбәрселәр өлкән коллегаларында ҡунаҡта
Йәш хәбәрселәр өлкән коллегаларында ҡунаҡта
Йәш хәбәрселәр өлкән коллегаларында ҡунаҡта
Йәш хәбәрселәр өлкән коллегаларында ҡунаҡта
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас