Мәктәптән ҡайтыуыбыҙҙы тәмле аштар, ҡоймаҡ, бәлештәр бешереп көтөп тора. Ғаилә усағының йылыһын, ҡәҙерле кешеләребеҙҙең һөйөүөн тойоп, пар ҡанатлы булып йәшәү шул тиклем рәхәт!
Бының ҡәҙерен белергә кәрәк. Атай-әсәйебеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итергә, йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышабыҙ.
Әсәйебеҙҙе яҙҙың тәүге матур байрамы – 8 Март менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һау-сәләмәт, оҙон ғүмерле бул, ҡәҙерле кешебеҙ!
Вәрис ВӘЛИЕВ, V синыф уҡыусыһы.
Нуриман районы, Иҫке Күл ауылы.