

Беҙ ғаиләлә – 4 малай. Мин ғаиләлә иң кесеһемен. Әсәйем беҙҙе бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерә, файҙалы кәңәштәрен бирә. Уға һәр ваҡыт өй эштәреңдә ярҙам итәм. Сөнки әсәйемдең эше бигерәк күп. Шул арала тәмле-тәмле аштары, бәлештәре менән һыйлап та өлгөрә. Үҙем дә бешерергә унан оҫталыҡ дәрестәре алам.
Әсәй, һин – беҙҙең өйҙөң йәме. Үҙеңде ныҡ яратам. Һиңә мин һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйем.
Байрам менән бөтә әсәйҙәрҙе лә ҡотлайым. Уларҙы бер ваҡытта ла рәнйетмәйек, юҡ-барға көйҙөрмәйек. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙаҡ йәшәһен әсәйҙәр!
Ислам ҠАҺАРМАНОВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы,
мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дистацион белем биреү үҙәге.