+17 °С
Дождь
VKOKМакс

Әхирәтем кеүек

Һәр бала әсәйле булып үҫһен ине. Улар бит балаларын ел-ямғырға тей­ҙермәйсә, һаҡлап, яҡлап, ҡурсалап ҡына тора. Һәр саҡ беҙҙе яҡшылыҡҡа ғына өйрәтәләр.

Әхирәтем кеүекӘхирәтем кеүек
Әхирәтем кеүек

Минең әсәйем – Ейәнсура ҡыҙы. Йәмле Әселе буйында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға бара һәм уңышлы тамамлай. Ауыл ерендә һөнәре буйынса эш булмағас, ашнаҡсы булып хеҙмәт юлын башлай. Әлеге ваҡытта районыбыҙҙағы баш­ҡорт интернат-гимназияһында бейеү түңәрәген алып бара. Эшен ныҡ ярата, хеҙмәттәштәре лә үҙен хөрмәт итә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ниҙәр генә күрһә лә, әсәйем бер ваҡытта ла зарланмай.
Каникулдарға ҡайтҡан саҡтарҙа мин уға ярҙам итәм. Булған бөтә өй эштәрен бергәләшеп башҡарабыҙ. Үҙен әхирәт кеүек күрәм, шуға серләшеп тә алабыҙ.
Әсәйемә оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Уның уй-хыялдары тормошҡа ашһын, бергәләшеп ҡыуанып йәшәргә насип булһын.

Ләйсән ЯХИНА, VII «А» синыфы уҡыусыһы.
Стәрлетамаҡтағы 2-се интернат-лицей.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас