Гүзәл әкиәттәр уйлап сығарырға ла оҫта. Былтыр уның «Батыр әтәс» тигән китабы ла сыҡҡан. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында үҙе яҙған әкиәтен һөйләп, баш ҡалабыҙҙың Киров районы мәктәптәре араһында II урын алған. Хайуандарҙы бик ярата. Үҙҙәренең өйөндә ике алйырҙан йәшәй. Уларҙы күҙәтеүе бигерәк ҡыҙыҡ. Шундай хәрәкәтсәндәр. Үҫкәс, ветеринар булырға ла теләге бар Гүзәлдең. Ял көндәрендә Сипайлово биҫтәһенә әбейенә ҡунаҡҡа килгәндә күршеләге инәйҙең бесәйҙәрен күреп, ҡыуанысының сиге булманы. Тик икенсе барғанда хужалары уны кемгәлер биреп ебәргәндәрен белгәс, бер һүрәт төшөрөп ҡуйған. Аҫтына «Күрше бесәйе Вася» тип яҙған. Өйҙәренә килгән кешеләрҙең үҙҙәренә һиҙҙермәйенсә генә портреттарын эшләй ҙә аҙаҡ уларға бүләк итә. Шуға ла Гүзәлгә киләсәктә ветеринар һөнәренә түгел, ә рәссамлыҡҡа уҡырға кәңәш итер инек. Буш ваҡыттарында шулай һүрәт төшөрөргә әүәҫ.
Дәүләкән районының Ҡаҙырғол ауылында йәшәүсе Рәйфә өләсәһенең ике һыйыры бер юлы быҙаулаған, тигәнде ишеткәс, тиҙерәк уларҙы ҡайтып күргеһе килә. Исемдәрен дә үҙе ҡушҡан: Сәскә һәм Аҡ маңлай. Ә 23 февраль көндө байрам бүләге булып, тағы бер һыйыр быҙаулаған. Уныһына Гүзәл Байрам тип исем ататҡан. Килһә, килә бит бәрәкәт, тағы таналары ла быҙаулаған. Буран көндө тыуғанға уға Буранбай тип исем биргәндәр. Өләсәһенең өйҙәренә ауылдағы бөтә бесәйҙәр ҙә тиерлек килеп, йәшәргә мөйөш тапҡан. Гүзәл шуларҙы ла күҙәтергә ярата. Тиҙерәк яҙғы каникулдың етеүен көтә. Ауылда уны һағынған дуҫтары ла күп.
Фатимаға килгәндә, бәләкәй генә булһа ла, шул тиклем үҙ аллы ҡыҙ. Кесе туғаны Зәйнәпте ҡараша. Тегергә, бешеренергә ярата. Бигерәк тә пицца һәм круассандары тәмле килеп сыға. Әсәһе, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Алһыу Бәхтиева, эштә саҡта уның менән бергә тышта уйнай, сана шыуа.
Фатима үҙе лә торғаны бер артистка инде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бер нисә спектаклендә балалар ролендә сығыш яһай. Бигерәк тә Николай Крашенинниковтың «Әмилә»һендә Әмиләне башҡарыуын тамашасылар яратып ҡараны. Яҙыусы Талха Ғиниәтуллиндың «Шәмсура һәм Шәмсетдин» әҫәрендә төп геройҙың ҡыҙы Ғәлиә булып уйнаны. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың көндәлектәре буйынса ҡуйылған «Февраль. Буран» тамашаһында әҙиптең ҡыҙы Гөлнара ролен килештереп башҡарҙы.
Уңған, оҫта ҡыҙҙарҙың һынлы сәнғәт студияһында шөғөлләнеп төшөргән һүрәттәрен «Йәншишмә»гә лә бирергә булдыҡ. III «Г» синыфының уҡыу алдынғылары киләсәктә уңыштары менән тағы ла ҡыуандырыр әле.
М. АЗАМАТОВ.
Өфө ҡалаһы.