+25 °С
Облачно
VKOKМакс

Үҙҙәре режиссёр, оператор булып ҡараған

Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһында ҡыҙыҡлы осрашыу булған. Балалар телевидениеһы һәм радиоһы көнөнә арналған икән. Унда V «А» һәм «Б» синыфы уҡыусылары ихлас ҡатнаша.

Үҙҙәре режиссёр, оператор булып ҡарағанҮҙҙәре режиссёр, оператор булып ҡараған
Үҙҙәре режиссёр, оператор булып ҡараған

– Телевидение һәм радио көнө ҡасан билдәләнә башланыуы, республикабыҙ балалары өсөн тапшырыуҙар хаҡында һөйләнек. Хатта уҡыусылар үҙҙәре режиссёр, оператор, алып барыусы булып ҡараны, һәләттәрен күрһәтте. Бик күңелле булды.
Шулай уҡ осрашыуға гимназиябыҙҙың сығарылыш уҡыусыларының береһе, «Юлдаш PLUS» йәштәр радиоһы бүлеге етәксеһе, алып барыусы һәм популяр йырсы Илнур Рамаҙанов саҡырыл­ғайны. Балалар ағайҙарына һорауҙар яуҙырҙы ғына. Барыһына ла Илнур Венер улы тулы итеп яуап бирҙе. Уҡыусыларға ныҡ оҡшаны инде. Гимназиябыҙҙың директоры Шайморат Азамат улы Тимербулатовтың сығышы ла ҡыҙыҡлы булды.
Кисә аҙағында Башҡортостан юлдаш телевидениеһына экскурсияға барырға план ҡороп, кәрәкле һәм бай мәғлүмәт туплап таралышты уҡыусылар, – тине осрашыуҙы ойоштороусы тәрбиәсе Лилиә Рәми ҡыҙы Хисмәтуллина.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас