+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Саф һауа - йәнгә дауа

Тәбиғәткә яҡын булыу, күңелеңде байытыу һәм матурлыҡты күрә белеү өсөн иң яҡшыһы – сәйәхәткә сығыу. Рәхәтләнеп йөрөп ҡайтаһың. Бына ошондай теләк менән мин, мәктәбебеҙҙең «Йәш урмансылар» түңәрәге ағзаһы булараҡ, ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршы алыуға арналған экскурсияға ихлас ҡушылдым.

Саф һауа - йәнгә дауаСаф һауа - йәнгә дауа
Саф һауа - йәнгә дауа

Беҙҙең менән бергә синыфташтарым, саңғы спортын үҙ итеүселәр ҙә бар­ҙы. Миҙгелдәрҙең алмашынған мәлендә ошондай походтар төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыр­ға, тиҫтерҙәр менән аралашырға, бер-береңә ярҙамсыл булырға өйрәтә. Ә бит күп тиҫтер­ҙәрем буш ваҡыттарын нисек үткәрергә белмәй, насар ғәҙәттәрҙе үҙләштерә. Ялдың ошондай әүҙем төрө һәр кем өсөн файҙаға ғына инде.
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, саф һауа һулап, саңғы шыуып, күңелле ял иттек. Илектәр һыйланһын өсөн миндектәр элергә лә онотманыҡ. Сөнки быйыл ҡар ҡалын булды, шуға уларға ризыҡ табыуы ҡыйын.
Артабан беҙ физкультура уҡытыусыһы Рәсих Рәсүл улы Йортбәков бешергән телде йоторлоҡ былауҙы тәмләп, күстәнәстәр менән эҫе сәй эсеп, бик ҡәнәғәт таралыштыҡ.
Экскурсияны ойошторған синыф етәксебеҙ Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы Моталлаповаға, урман хужалығы түңәрәге етәксеһе Әлфирә Әхмәт ҡыҙы Азаматоваға, уҡытыу­сыларыбыҙ Гөлсинә Рәүил ҡыҙы Йортбәковаға һәм Ғәлиә Хәйҙәр ҡыҙы Ҡасҡыноваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Алтынай АЗАМАТОВА,
«Йәш урмансылар» түңәрәге ағзаһы.
Баймаҡ районы, Беренсе Этҡол мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас