+23 °С
Ясна
VKOKМакс

Урал батыр ерендә

Урал батыр тураһындағы эпосты уҡып сыҡҡас, үҙемде ҡыҙыҡһындырған бик күп нәмәләрҙе белдем. Унда Йәнбикә ҡарсыҡ менән Йәнбирҙе ҡарттың кеше аяғы баҫмаған ерҙәрҙә йәшәүе, Урал һәм Шүлгән исемле улдары булыуын асыҡланым. Урал батырҙың бик көслө, яҡшылыҡ һәм дөрөҫлөк яғында булыуы, ҡыйыулығы, батырлығы мине бигерәк ҡыҙыҡһындырҙы. Уның үлемде эҙләп йөрөүе, Йәншишмәне табыуы, дейеүҙәр менән көрәшеүе һоҡландырҙы. Ағайы Шүлгәндең дейеүҙәрҙе яҡлауы мине ныҡ аптыратты. Ошо ҡыҙыҡһыныу үҙем өсөн күп кенә яңылыҡтар асырға ярҙам итте.

Урал батыр ерендәУрал батыр ерендә
Урал батыр ерендә

Уҡыу башланыр алдынан беҙ атайым, әсәйем менән Белорет ҡалаһына төрлө кәрәк-яраҡ, кейем алырға киттек. Юлда мин тирә-яҡты ҡарай-ҡарай барҙым. Ауылыбыҙҙан алыҫ түгел бейек тауҙар теҙмәһе бар. «Уларҙы Дейеү тауҙары тип йөрөтәләр», – тине атайым.
Урал батырҙың көслө булыуын, дейеү батшаһы Әзрәҡәне, башҡа дейеүҙәрҙе тураҡлағанын белдем. Уларҙың кәүҙәһенән ҙур тау барлыҡҡа килгән, ти. Ололар һөйләүенсә, Дейеү тау­ҙарының исеме шуға бәйле икән. Был тауҙар Мәһәҙей менән Белорет районы Ҡағы ауылы араһында һуҙылған. Мәһәҙей элек, граждандар һуғышына тиклем, хәҙерге Белорет районына ҡараған булған. Әүжән, Ҡағы заводтары асылғас, был ерҙәргә урыҫтар күпләп күсеп килеп йәшәй башлаған. Улар менән баш­ҡорттар араһында гел генә низағ сығып торған. Шул ваҡытта Мәһәҙей ауылы бер нисә тапҡыр яндырылған. Ҡыҫырыҡлана тор­ғас, халыҡ күсеп китеп, Мәмбәт­һыпы йылғаһы буйында төйәкләнеп нығынған.
Дейеү тауҙары тураһында атайым бына ниҙәр һөйләне. Уға был тарихты элекке уҡытыусыһы Вәхит Сәғит улы Хәсәнов еткергән. Вәхит олатайҙың Мансур олатаһы ауыл тирәһендәге тау, урмандар тураһында бик күп мәғлүмәттәр йыйған. Вәхит олатай һөйләүенсә, боронғо бер картала ошо тауҙар «Дейеү тау­ҙары» (Гора Дейвов, Дейвовские горы) тип яҙылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был картаны мин таба алманым. Мин атайым менән шул тауҙарҙы барып күреп, улар­ҙы фотоға төшөрөп ал­дым.
Был турала мин Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының элекке директоры Вәсилә Әхәт ҡыҙы Янбаева менән дә һөйләштем. Ул бына нимә тине: «Ошо тауҙар элекке картала «Дейвовские горы» тип яҙылған ине, тик ул миндә лә һаҡланмаған». Шулай итеп, карта булмаһа ла, халыҡ телендә ул Дейеү тауҙары тип йөрөтөлә. Уларға ҡараһаң, ысынлап та, ҙур имәнес кәүҙәле дейеү ятҡан кеүек күренә.
Урал батыр ҡәбере
Сәйәхәтемде дауам итеп, Урал батыр ҡәберен дә күреп ҡайттым. Ул Белорет районы Әүжән һәм Исмаҡай ауылы араһындағы ҡуйы урман эсендә икән. Тәүҙә тигеҙ юлдан бараһың. Шунан урман эсендәге тар һуҡмаҡтан оҙаҡ ҡына атлар­ға тура килә. Ҡәбер тураһында Әүжәндә кешеләрҙән һораштыҡ. Мәһәҙей ауылы халҡы элек-электән Әүжән урыҫтары менән аралашып, таныш, белеш, знакум булып йәшәгән. Илдар ағай һөйләүенсә, бер оло олатай, Женяның олатаһы: «Һеҙ белмәй­һегеҙҙер әле Урал батырҙың ҡәбере барлығын», – тип әйткәс, беҙ уны барып ҡараныҡ. Элек был урында таштан өйөлгән ҡәбер булған. Ҙур таш ҡуйылған ине. Әлеге ваҡытта Урал батыр ҡәбере матур итеп кәртәләнгән. Бейек ташҡа доғалар, «Урал батыр» эпосынан өҙөктәр яҙып ҡуйылған. Уны Өфөнән кешеләр килеп кәртәләгән. Ағастар менән буралап ҡуйғандар. Ул бик ҙур, сөнки, атайым әйтеүенсә, борон кешеләр баһадир кәүҙәле булған. Урал батыр ҙа көслө, бәһлеүән булып һүрәтләнә.
Оло кешеләр ҡәбер янына килеп доға ҡыла, үлгәндәрҙе иҫкә ала.
Алла шишмәһе.
Йәншишмә һыуы.
Сажелка
Белорет ҡалаһына китеп бар­ғанда Ҡағы ауылы эргәһендә бер шишмә бар. Урыҫтар уны Сажелка тип йөрөтә. Халыҡ һөйләүенсә, тарихы ошолайыраҡ: XIX быуатта холера тигән ҡурҡыныс ауырыуҙан бик күп кеше һәләк булған. Хатта үлгән кешеләрҙе күмергә өлгөрә алмағандар, шуға ла уларҙың бик күптәрен бер ҡәбергә һал­ғандар. Сергей исемле дин әһеле менән тәреләр тотоп сығып, ошо шишмә янында суҡынғандар. Доға ҡылғандар. Һуңынан был шишмәнән генә һыу эсә башлағас, ауырыу туҡтаған.
Әбйәлил районы Хәмит ауылында йәшәүсе башҡорттар уны Алла шишмәһе тип йөрөткән. Был шишмәнең тарихы ошолайыраҡ: «Элек бер ваҡыт көслө ҡоролоҡ булған. Ер ярылған, йыл­ғалар ҡороған, үләндәр кипкән. Шул саҡ башҡорттар күмәкләп ошо тауҙа теләк теләгән. Һәм бер мәл ер аҫтынан шишмә урғылып сыҡҡан. Алла беҙҙе ишетте, ярҙам итте, тип халыҡ ҡыуанған. Шуға ла уны Алла шишмәһе тип атай башлағандар». Был тарихты миңә Мәһә­ҙей ауылында оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләүсе Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы Ишбаева, Һарғая ауылында йәшәүсе Вәсилә Әхәт ҡыҙы Янбаева һөйләне. Һарғаяла йәшәүсе Мансур олатай: «Өләсәйем гел генә ошо шишмә янында туҡтап, һыу эсеп, доғалар уҡып, теләктәр әйтеп китә торғайны», – ти.
Беҙҙең Мәһәҙейҙең оло кешеләре уны Йәншишмә һыуы тип тә атай ине. Ни өсөндөр, белмәйем. Бәлки, һыуы шифалы булғанғалыр. Был һорау минең өсөн асылып бөтмәне. Ә бит «Урал батыр» эпосында Йәншишмә тураһында бик күп яҙыл­ған, уның һыуын Урал батыр эсмәгән, тирә-яҡҡа бөрккән.
Хәҙерге заманда был шишмә янынан үткәндә гел генә кешеләрҙең һыу алыуҙарын күргәнем бар. Бик оҙаҡ иҫкермәй, шифалы, файҙалы, тиҙәр.
Шулай итеп, мин Урал батыр эҙҙәре буйлап йөрөп сыҡтым. Ауылымдан алыҫ булмаған урындарҙы күреп, тарихы ме­нән ҡыҙыҡһындым. Халыҡ үҙенең ер-һыу атамаларын, улар­ҙың ни өсөн шулай аталып йөрөтөлөүен белергә тейеш, тип уйлайым. Ололар тере саҡта һорашып, яҙып алып ҡалырға кәрәк. Беҙ улар тураһында киләсәк быуынға ла еткерергә бурыслыбыҙ.
Тамерлан ИШЕМОВ,
IV синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы,
Мәһәҙей мәктәбе.

Урал батыр ерендә
Урал батыр ерендә
Урал батыр ерендә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас