+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Уға ҡарап һоҡланалар

Уҡыу алдынғыһы, тырыш һәм ныҡышмал ҡыҙ ул Диана Ханнанова. Салауат районының Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл мәктәбендә X синыфта белем ала. Өйҙә өс ҡустыһына хәстәрлекле апай ҙа, әсәһенә ярҙамсыл ҡыҙ ҙа, мәктәптә уҡыу алдынғыһы ла үҙе.

Уға ҡарап һоҡланаларУға ҡарап һоҡланалар
Уға ҡарап һоҡланалар

Шәп спортсы булараҡ та танылған. Волейбол, теннисты оҫта уйнай, саңғыла етеҙ елә. Мәктәптең «Шаяндар, отҡорҙар» командаһы ағзаһы ла, ҡул эш­тәренә лә маһир ул. Һәләтле кеше бар яҡтан да һәләтле, тигәндәре тап уның хаҡында әйтелгән кеүек.
Уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең ышаныслы ярҙамсыһы булған Диана мәктәптең интернатында староста вазифаһын да яуаплы башҡара.
Ижади һәләтле ҡыҙ уҡыу йылы барышында мәктәп, район, республика кимәлендә ойошторолған барлыҡ сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәҫәлән, Сафуан Әлибаевтың тыуған көнө айҡанлы үткәрелгән «Йырсы шағир» конкурсында – I, Республика көнөнә арнап районда ойошторолған ижади эштәр бәйгеһендә «Дәүләт символикаһын иң яҡшы белеүсе» номинацияһында III урын яуланы. Республика кимәлендә уҙған «Мостай уҡыуҙары»нда «Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн» номинацияһында ла призлы урын алыуға өлгәште.
Диана – районыбыҙҙың лайыҡлы стипендиаты ла. Алсаҡ һәм ярҙамсыл ҡыҙҙы тиҫтерҙәре, синыфташтары ла ихтирам итә. Уға ҡарап һоҡланалар.
Аҡыллы, тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан һәм эшһөйәр ҡыҙ тәрбиәләгәндәре өсөн Диананың ата-әсәһенә оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ һәм уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Айһылыу САФИНА, тәрбиәсе.
Салауат районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас