+19 °С
Ясна
VKOKМакс

Яугирҙар уҡыусылар менән осрашты

Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда 1-се Аҡъяр мәктәбенең йәш армеецтары менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың осрашыуы булды.

Яугирҙар уҡыусылар менән осраштыЯугирҙар уҡыусылар менән осрашты
Яугирҙар уҡыусылар менән осрашты

Ул "Юнармия" бүлексәһе штабы башланғысы менән Батырлыҡ дәресе итеп үткәрелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡайны. "Бродяга" һәм "Егерь" ҡушаматлы яугирҙарыбыҙ үҫмерҙәргә үҙҙәренең көнкүреше һәм хеҙмәте тураһында һөйләне, ә уҡыусылар  ағайҙарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы һәм һорауҙар бирҙе. Йәш армеецтар яугирҙарыбыҙҙың батырлыҡтары хаҡында һорашты, уларға уҡыусылар яҙған хаттарҙың  нисек тәьҫир итеүе менән ҡыҙыҡһынды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яуабы ыңғай булды. Улар балаларҙан тағы ла хат-сәләмдәр көтөп ҡалыуҙарын белдерҙе.

Йәш армеецтар яугирҙарға рәхмәт йөҙөнән бүләктәр тапшырҙы.

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Яугирҙар уҡыусылар менән осрашты
Яугирҙар уҡыусылар менән осрашты
Яугирҙар уҡыусылар менән осрашты
Яугирҙар уҡыусылар менән осрашты
Яугирҙар уҡыусылар менән осрашты
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас