+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һоҡланам, ғорурланам

Шул тиклем һөйкөмлө, алсаҡ ҡыҙыҡай булыр икән! Синыфыбыҙҙа иң бәләкәйе булыуына ҡарамаҫтан, белмәгән нәмәһе юҡ – ҡыҙыҡһыныусан, хәтере шәп, гел «бишле»гә өлгәшә. Минең уҡыусым Есения ул.

Яңғырауыҡлы тауышы менән шиғырҙы тасуири уҡый йә еренә еткереп яттан һөйләй башлаһа, башҡалар һоҡланып тыңлай. Яңыраҡ Совет районында үткәрелгән шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә I урын яуланы.
108-се мәктәптең II «Б» синыфы уҡыусыһы Есения Баранованың еңеүҙәре бының менән генә бөтмәне. Буш ваҡытында өләсәһе менән бергә пластилиндан төрлө һындар әүәләргә, төҫлө ҡағыҙҙан аппликация яһарға, һүрәт төшөрөргә яратҡас, ошо йүнәлеш буйынса район конкурсына эшен ебәргәйнек. Унда ла призлы урынға лайыҡ булды.

Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА, уҡытыусы.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: