-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Интерактив технология проекты еңеп сыҡты!

Беҙҙең Сиҙәм мәктәбендә тулҡынландырғыс ваҡиға – V – XI синыф уҡыусылары үҙҙәренең инициатив бюджетлау мәғариф проектына әҙерләгән эштәре менән көс һынашты.

Улар мәктәптең ихтыяжын ентекләп өйрәнеп, төрлө йүнәлештә үҙ проекттарын тәҡдим итте. Эштәр араһында заманса уҡыу кабинеты, интерактив мәктәп музейы, заманса йыһазландырылған тамашасылар залы, спорт майҙансығы, интерактив технологиялар кеүек эштәрҙе айырым билдәләп үтергә мөмкин. Бөтәһе лә проекттарын юғары кимәлдә яҡлап, тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре менән дә таныштырҙы.

Мәктәп уҡыусылары барыһын да ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, сөнки бөтә проекттар ҙа бик шәп килеп сыҡҡан ине. Әммә күпселек тауыш менән  XI синыф уҡыусылары әҙерләгән интерактив технология проекты еңеп сыҡты. Был аңлашыла, әлбиттә, беҙ бит компьютер технологиялары киң үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Дәрестәрҙә интерактив таҡта ла көндән-көн күберәк ҡулланыла, даими эшләгән интернет селтәре лә белем алыу процесына ҙур йоғонто яһай. Ошоларҙы иҫәпкә алып, һайланған проектыбыҙҙы алда ҙур һынауҙар көтә. Шулай ҙа беҙ ҙур өмөттәр бағлаған проектыбыҙ, конкурс талаптарына яуап биреп, тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.


Динә ХӘМЗИНА, X синыф уҡыусыһы.

Әбйәлил районы, Сиҙәм мәктәбе.

Интерактив технология проекты еңеп сыҡты!
Интерактив технология проекты еңеп сыҡты!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: