+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Рождественский уҡыуҙары"

Аҡъяр ауылының район мәҙәниәт йортонда «Рождественский уҡыуҙары» моноспектакле күрһәтелде. Яҙыусы, журналист һәм фотограф Екатерина Рождественская атаһы - бөйөк шағир һәм ғәжәйеп кеше Роберт Рождественский тураһында һөйләне.

Ул «Карнавал» кинофильмынан "Шылтырат миңә, шылтырат" йыры менән башланып китте. Уның авторы - Роберт Рождественский. Ошо уҡ һүҙҙәргә заманса өҙөк тә күрһәтелде. Хәҙерге йәштәрҙең йырға яңы ғүмер биреүе ғәжәп күренеш ине.
Ижади осрашыуҙа һәләтле актёр Евгений Волков башҡарыуында матур шиғырҙар яңғыраны. Тамашасылар шағирҙың шиғырҙарын һәм ҡыҙының уҡыуҙарын һоҡланып тыңланы, шулай уҡ Роберт Рождественский тураһында фильмдан кадрҙар ҙа күрһәтелде
Ижади осрашыуға район мәктәптәре уҡытыусылары һәм уҡыусылары ла килгәйне. Сарала ҡатнашыусылар Роберт Рождественскийҙың тормошо һәм уның ғаиләһе хаҡында күп мәғлүмәт алып, тәьҫорланып таралышты.

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: