+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

“Атайсал. Беҙҙекеләр!”

Республикабыҙҙа инициативалы бюджетлау проекты эшләп килә. Уҡыусылар башланғысына таянып эшләнелгән был проектта Архангел районының Тирәкле мәктәбе уҡыусыларының ҡатнашырға теләге ҙур ине, шуға улар ныҡлы әҙерлек башланы.

“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
“Атайсал. Беҙҙекеләр!”

Алдан уҡ төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып ҡараныҡ: медиа–конкурс “Атайсал. Беҙҙекеләр” шулар араһында айырым урын алып тора.
Бында беҙҙең мәктәптән уҡыусылар араһынан йәш хәбәрселәребеҙ Артур Нәжметдинов, Айлина Баһауетдинова, Арина Юлыбаева, Гүзәлиә Ҡотләхмәтова, Арыҫлан Шаһиев ҡатнашты. Етәкселәре  - Гөлнара Фәрит ҡыҙы Фәйрузова.

Медиа–конкурс башҡорт телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә, “Атайсал” проекты меценаттары менән таныштырыуға, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең медиа һәләтен асыҡлауға, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәтелгән ине. Конкурс сентябрь айында башланды. Беҙ үҙебеҙҙең эшебеҙҙе команда менән башҡарырға булдыҡ. Балалар тыуған яғына ҡайтып, изге эш башҡарған өлкәндәр, үҙҙәре өсөн йәнтөйәгенең ҡиммәттәре тураһында контент әҙерләне. Медиа-конкурс интервью, видеосюжет, социаль ролик, фоторепортаж кеүек номинациялар буйынса үтте.

Беҙҙең социаль ролик ауылдашыбыҙ, радио һәм телевиденияның легендар дикторы Нәйлә Ғизетдин ҡыҙы Ғәләуетдинова тураһында булды. Нәйлә Ғизетдин ҡыҙы беҙҙең мәктәптә махсус премия булдырҙы, был бүләк уҡыу йылы аҙағында иң яҡшы, иң әүҙем уҡыусыларға ғына тапшырыла. Быйылғы уҡыу йылында ул икенсе тапҡыр биреләсәк. Был инде уҡыусыларға ҙур стимул булып тора, улар тырышып уҡый, сараларҙа бик әүҙем ҡатнаша.

Өфө ҡалаһының "Торатау" конгресс-холында балалар һәм үҫмерҙәр араһында йәнтөйәккә ярҙам итеү идеяһын үҫтереүгә йүнәлтелгән “Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!” медиа-конкурсының финалы ойошторолдо. Унда төп исемлеккә ингән йәш авторҙар саҡырылды. Фестиваль рәүешендә уҙғарылған йомғаҡлау сараһында оҫталыҡ дәрестәре, герой-меценаттар менән осрашыуҙар, бүләкләү тантанаһы үткәрелде.

“Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!” медиа-проекты балалар өсөн башҡорт ерендә тыуған тарихи шәхестәр тураһында анимациялы документаль цикл һәм билдәле меценаттар хаҡында видеофильмдар төшөрөүҙе күҙ уңында тота.
2023 йыл - Башкортостанда Атайсал өсөн файҙалы ғәмәлдәр йылы. Беҙҙең мәктәптә ошо йылға арналған бик күп саралар планлаштырылған. Медиа-конкурста ҡатнашыу уның бер өлөшө булып тора. Ысынлап та, йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр башҡарған ауылдаштарыбыҙ бик күп. Уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.


Гүзәлиә ҠОТЛӘХМӘТОВА, VIII синыф уҡыусыһы.

Архангел районы,Тирәкле мәктәбе.

 

“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: