+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тәүәккәл таш ярыр

Үҙ артынан тиҫтерҙәрен эйәртерҙәй шәп, алдынғы ҡарашлы, эшлекле, тәбиғи һәләттәрен үҫтереүгә күп көс һалған кешеләргә һәр саҡ һоҡланып ҡарайым. Айырыуса ағайҙар араһында шундай лидерҙар осрауы ҡыуандыра. Бына әле лә һеҙҙе шундай булдыҡлы егет менән таныштырғым килә. Ул – мәктәбебеҙҙең IX синыфында белем алыусы алдынғы уҡыусы, «Күсимов» балалар ойошмаһы президенты Динислам Бадалов.

Тәүәккәл таш ярыр
Тәүәккәл таш ярыр

Бәләкәйҙән үк теремек, шуҡ, үҙ һүҙен урынлы ғына еткерә белгән егет әүҙем тормош алып бара: йыр-моңға, шиғриәткә ғашиҡ ул. Динислам сәхнәләрҙе дер һелкетә, шулай булмай ни – мәктәптә уңышлы эшләп килгән «Йәй­ғор» өлгөлө бейеү ансамбле, «Ынйылар» вокал ансамбле солисы бит! Үҙен оҫта алып барыусы булараҡ та һынап ҡарағаны бар. Спортҡа ла битараф түгел – «Толпар» хоккей командаһы капитаны. Быйыл улар район кимәлендәге уйындарҙа ҡатнашып, ике тапҡыр II урын яулап ҡыуандырҙы.
Ҡайнап торған мәктәп тормошоноң лайыҡлы президенты, уҡыусылар араһында ихтирамлы, олоһона-кесеһенә иғтибарлы егет менән яҡындан аралашыу форсаты тейгәс, ойошма эшен нисек алып барыуҙары менән ҡыҙыҡһындым.
– Беҙҙең «Күсимов» балалар ойошмаһында үҙ эшен яҡшы ойоштора белгән көслө команда тупланған. Быйыл республика кимәлендә иғлан ителгән «Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау» проектында ҡатнашырға булдыҡ. Мәғариф, фән, туризм, төҙөкләндереү, мәҙәниәт һәм спорт йүнәлештәрендәге проекттарҙың һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле: «Махсус биология кабинетын йыһазландырыу» (капитаны – Ильяс Ишкилдин), «Медиа­үҙәк булдырыу» (Риян Абдуллин), «Хоккей ҡумтаһын төҙөкләндереү» (Айҙар Таһиров), «Ауылымдың тарихы» (Лиана Илембәтова), «Тамаша залын төҙөкләндереү» (мин). Линейкала һәр капитан үҙ проекты менән сығыш яһап, мәктәп уҡыусыларына мәғлүмәт еткерҙе. Хәҙер инде дөйөм мәктәптең тауыш биреү һөҙөмтәһендә еңеп сыҡҡан команда район кимәлендә һынау тотасаҡ. Киләсәккә пландар күп, тырышлыҡ ҡына кәрәк, – ти Динислам.
Эйе, тәүәккәл таш ярыр, тигәндәй, уның кеүек дәрт-дарманы ташып, мәктәп өсөн тырышҡан лидерҙар бар­ҙа киләсәгебеҙ өмөтлө булыр, тип ышанғы килә.

Розалиә БАЯЗИТОВА, VI «Б» синыфы уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Ташбулат мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: