+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Йылғалар инештән баш ала"

Ошо исем менән донъя күрҙе лицейыбыҙ уҡыусыларының ижад емештәре йыйынтығы. Уны туплап, китап итеп баҫтырыусы – беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы Мырҙағәлина-Иҫәнбаева. Уҡытыусыбыҙ эштәребеҙҙе өс йыл дауамында йыйған, әҙерләгән һәм, ниһайәт, йыйынтыҡ илле дана булып Сибай ҡала типографияһында баҫылып сыҡты. Үҙ ижадыбыҙ индерелгән китапты ҡулыбыҙға алыу үтә лә тулҡынландырғыс ине. Атай-әсәйҙәребеҙ ҙә быға ныҡ һөйөндө.

"Йылғалар инештән баш ала"
"Йылғалар инештән баш ала"

Йыйынтыҡҡа VI – X синыф уҡыусыларынан 42 авторҙың ижад емештәре ингән. Унда йәш авторҙарҙың шиғырҙары ғына түгел, әкиәт, хикәйә, ҡобайырҙары ла урын алған. Хатта фэнтези жанрында ла үҙҙәрен һынап ҡараусылар бар. Ижади эштәр тематикаһы буйынса ете бүлектә бирелгән һәм ҡайһы бер авторҙарҙың 6 – 7 яҙмаһы бирелгән. «Тәбиғәттең һәр миҙгеле гүзәл» бүлегендә – төрлө миҙгелдәрҙе сағылдырыусы шиғырҙар, «Бер кем дә онотолмаған, бер ни ҙә онотолмаған» тигәнендә иһә илебеҙ батырҙарын данлаған әҫәрҙәр баҫылған. Урыҫ телендә ижад итеүселәргә лә бында «Рус түгелмен, русса яҙам» тигән айырым бүлек ҡаралған. Китап йәш ижадсыларға матур теләктәр менән тамамлана.
«Йылғалар инештән баш ала» йыйынтығының исем туйы Баймаҡ моделле балалар китапханаһында уҙҙы. Унда китаптың баш һүҙен яҙыусы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар, Журналистар берлектәре ағзаһы, Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия лауреаты Айгөл Ишем­ғужина-Иҙелбаева, яҡташ яҙыусыбыҙ, 13 китап авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбаева, лицейыбыҙ директоры Булат Фәрит улы Тайбугин, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гөлшат Зәйнулла ҡыҙы Иҫәнбаева, ата-әсәләр, йыйынтыҡта әҫәрҙәре урын алған уҡыусылар, Баймаҡ телевидениеһы, «Һаҡмар» район гәзите хәбәрселәре саҡырылды. Күркәм сараны балалар модель китапханаһы хеҙмәткәре Гөлназ Әкрәм ҡыҙы Сабирова бик матур итеп алып барҙы.
Бер генә ҡатнашыусы ла иғтибарҙан ситтә тороп ҡалманы. Ата-әсәләр исеменән Гөлсинә Тәлғәт ҡыҙы Зәйнуллина уҡыусыларҙы ҡотлап, йыйынтыҡ авторына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. I синыф уҡыусыһы Әмилә Мырҙағәлина ҡобайыр яҙыусыларҙы хуплап, думбырала көйләп ҡобайыр йырлап ишеттерҙе. Лицей директоры Булат Фәрит улы әүҙем ижад итеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшыр­ҙы, саҡырылған ҡунаҡтар күңелдәренә хуш килгән әҫәр авторҙарына махсус приздар таратты.
Беҙҙә һәләтле ҡәләм тибрәтеүселәр күп. Уларҙың ижад инеше киләсәктә тәрән һәм бай йөкмәткеле, бейек ярлы йылғаға әйләнһен!

Әҙилә МЫРҘАҒӘЛИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей. 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: