+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Биишева уҡыуҙары"нда

Беҙҙең башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында яҙыусылар, шағирҙар, әҙәбиәт белгестәре, телселәр менән осрашыуҙар, шиғриәт кисәләре булып тора. Яңыраҡ беренсе халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған «VII Биишева уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Республиканың төрлө район, ҡала мәктәптәренән килгән егермегә яҡын уҡыусы конкурста үҙ белемдәрен һынаны. Йәш айырмаһы буйынса V – VIII һәм IX – XI синыфтар араһында юғары баһаланған эш авторҙары Дипломдарға лайыҡ булды.

"Биишева уҡыуҙары"нда
"Биишева уҡыуҙары"нда

Рәсүл Табынғолов – Ғафури районы Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының VIII синыфынан. Конкурста «Зәйнәб Биишева – яратҡан яҙыусым» темаһына мәҡәлә яҙған. Баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафина менән әҙибәнең ижадын төрлө яҡлап өйрәнгән. Йомғаҡлау сараһына килеүенә бик шат ине ул. «Халыҡ яҙыусыһының һеңлеһе Ләлә Биишева, Ғиниәт Ҡунафин, Айгиз Баймөхәмәтов, Сәрүәр Суриналарҙың сы­ғыштарын йотлоғоп тыңланым. II дәрәжәле Дипломға лайыҡ булғаныма ла бик шатландым», – тине Рәсүл.
Ейәнсура районы Иҫәнғол баш­ҡорт интернат-гимназия-һының IX синыфынан Айгизә Иҫәнсурина бәйгегә «Зәйнәб Биишеваның йырлы поэзия­һы» тигән теманы һайлаған. Уның эше юғары баһаланды: ҡыҙ I урын алды. «Конференция артабан да конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн көс һәм дәрт өҫтәне. Был сараны ойоштороу­сыларға ҙур рәхмәт», – ти ул.
Стәрлетамаҡтағы 23-сө мәктәптең VIII синыф уҡыусыһы Нәргизә Аҫылбаева: «Минең иң яратҡан яҙыусым – Зәйнәб Биишева. Конференция уҙғарыласағын ишетеү менән ныҡлы әҙерләнә башланым. Халыҡ яҙыусыһы тураһында күпте белеп ҡалдым», – тип тәьҫораттары менән бүлеште.
Шулай итеп, «Биишева уҡыу­ҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы уҡыусылар өсөн яңы мөмкинлектәр асты, улар­ҙың күңелдәрендә иҫтәлектәргә бай хис-тойғолар ҡалдырҙы. Бындай конкурстар балаларҙа баш­ҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә, әҙиптәренә ҡарата һөйөү, ихтирам уятыуы менән әһәмиәтле.

Лилиә ӘБЕЛҒАТИНА, II курс студенты.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы.

"Биишева уҡыуҙары"нда
"Биишева уҡыуҙары"нда
"Биишева уҡыуҙары"нда
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: