+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әлифба менән хушлаштыҡ

Бына беренселәрем тәүге китаптарын – белем асҡысы биргән әлифбаны уҡып бөттө. Был уңайҙан гимназиябыҙҙа байрам ойоштороу матур йолаға әйләнгән.

Әлифба менән хушлаштыҡ
Әлифба менән хушлаштыҡ

Ҡыҙҙар һәм малайҙар уға бар көстәрен һалып әҙерләнде. Рухлы, дәртле йырҙар, бейеүҙәр өйрәнде. Матур-матур шиғырҙар ятланы. Байрамды атай-әсәйҙәр ҙә тул­ҡынланып көттө. Улар ҙа бит балалары менән яңынан әлифбаны уҡып сыҡты. Белем алыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу ул. Ныҡ тырышты уҡыусыларым. Теләктәренә ирештеләр. Башҡорт телендәге серле лә, моңло ла 42 хәрефте уҡырға, яҙырға өйрәнде кескәйҙәр.
Хәҙер инде үҙ аллы ҡыҙыҡлы әкиәттәр, мауыҡтырғыс хикәйәләр, йөкмәткеле шиғырҙар уҡый улар. Матур итеп һөйләмдәр төҙөргә, яҙырға өйрәнделәр. Уҡыусыларҙың уңыштарын күреү – уҡытыусы өсөн икеләтә һөйөнөс бит ул!
Аллаға шөкөр, беренселәрем һынатмай. Артабан да тырыш, уңған, егәрле малай-ҡыҙҙар булып, «Фән» тигән бейек тауҙың иң үренә менеп етергә яҙһын.
Байрамға бишенселәр, Шайморатов синыфы уҡыусылары, әле генә үҙҙәре башланғыс мәктәпте тамамлаусы Әлиә Ғәлиева, Снежана Брагина, Зөлфиә Ғибәҙуллиналар «Әлифба», «Башҡорт теле», «Әҙәби уҡыу» китаптары булып ҡунаҡҡа килеп, беренселәр менән уйындар уйнаны, йомаҡтар ҡойҙо, йырҙар башҡарҙы.
Байрам һуңында гимназиябыҙҙың директоры Светлана Рәшит ҡыҙы Юлмөхәмәтова әлифбаны уҡып бөтөү тураһында таныҡлыҡтар тапшырҙы, кескәйҙәргә киләсәктә лә һынатмай, тырыш булыуҙарын теләне. Ата-әсәләр ҙә ҡотлап, балаларға иҫтәлекле бүләктәр таратты, изге теләктәрен еткерҙе. Байрамға баш­лан­ғыс синыф уҡыусылары ла саҡырылғайны. Улар ҙа беренселәрҙе иҫтәлекле көндәре менән тәбрик итте.
Әлифба менән хушлашыу байрамынан барыһы ла йылы тәьҫораттар менән таралышты.
Уҡыусыларымдың артабан да өлгөлө, һау-сәләмәт булыуҙарын, ә ата-әсәләргә балаларының уңыштарына һөйөнөп кенә йәшәүҙәрен теләйем.

Розалиә ЙӘЛИЛОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: