+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Гимназияла ла беренсе булыр

Алик Ғәлиуллин быйыл IX синыфты тамамлаясаҡ. Алда етди имтихандар көтә, ваҡыт тар, тип тормай, төрлө олимпиада, ярыш, сараларҙа ҡатнашырға өлгөрә ул.

Гимназияла ла беренсе булыр
Гимназияла ла беренсе булыр

Бар яҡтан да һәләтле егет ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшә. Бер нисәһен генә яҙып үтәйем әле. Район буйынса үткән «Йөрәк һүҙе» шиғыр бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булды. Физкультура олимпиадаһында – призёр. Шахмат буйынса – II урын. Робот техникаһы менән дә шөғөлләнеп, төрлө ярыштарҙа еңеү яуланы Алик. «Айыҡ ауыл» конкурсын йомғаҡлау презентацияһында ла Исламбай тураһында яғымлы тауышы менән матур итеп һөйләүен һоҡланып тыңланыҡ.
– Иң яратҡан фәнем – математика, – ти егет. Был йүнәлештә яулаған үрҙәре лә байтаҡ. VII – VIII синыфтарҙа математиканан район олимпиадаһында еңеүсе булды. Гагарин исемендәге кубокка, Аҡмулла олимпиадаларында ла һөҙөмтәләре ҡыуанырлыҡ.
Ҡулына аттестат алғас, артабан ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорауға яуабы әҙер Аликтың. Яҙғы каникулда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында үткән олимпиадала математика буйынса I урын яулап, 1 сентябргә шунда уҡырға саҡырыу алып ҡайтты.
Тырыш егет киләсәктә лә һынатмаҫ, беренсе гимназияла ла беренсе булыр, тип ышанабыҙ.

Рәмзиә ҒӘЛИУЛЛИНА,
математика уҡытыусыһы.
Бөрйән районы, Исламбай ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: