+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Азалиәгә етеп ҡара!

Был уҡыусыма һоҡланып туймайым. Шундай уңған, тырыш, әүҙем ул. Үҙен башҡаларға өлгө итеп ҡуям.

Азалиәгә етеп ҡара!
Азалиәгә етеп ҡара!

Азалиә Әүхәҙиева VIII «Б» синыфында уҡый. Төрлө түңәрәктәргә йөрөргә лә өлгөрә. Матур итеп һүрәт төшөрә, шиғырҙы оҫта һөйләй. Бына әле яңыраҡ линейкала уға бер юлы дүрт Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. Тәүгеһен волейбол буйынса XXV спартакиа­да­ла ҡатнашып, команда­ла иң шәп уйынсы булараҡ алды. Инглиз теле аҙналығын­да ла һынатмаған, фотоквеста I урынға сыҡты. VII – VIII синыфтар араһында уҙғарылған «Гвардиясы» хәрби-спорт ярышында ла беҙҙең Азалиәгә етеүсе булманы. Ә «Дуҫтар, беҙҙең союз матур» республика Пушкин фес­тиваленең «Художестволы ижад» номинацияһында өсөнсө урын яулап, остазы Оксана Владимировна Савинцеваны һөйөндөрҙө.
Уҡыусыма алдағы көндәрендә лә гел уңыштар юлдаш булыуын теләйем.

Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, синыф етәксеһе.
Ауырғазы районы, Талбазы лицейы.

Азалиәгә етеп ҡара!
Азалиәгә етеп ҡара!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: