+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бала хаҡы

Айгиз Баймөхәмәтов – хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә балалар һәм үҫмерҙәр темаһын төрлө яҡлап асҡан яҙыусыларҙың береһе. Уның «Ҡалдырма, әсәй!», «Урам балалары» повестары балалар йортондағы балалар тормошон яҡтыртты. «Шоңҡар» журналының былтырғы октябрь һанында баҫылған «Ҡошҡа әйләнермен мин...» әҫәренең төп геройы Ласындың яҙмышы бүтәнсәрәк булһа ла, ул да ата-әсә һөйөүенә мохтаж.

Бала хаҡы
Бала хаҡы

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә һәр өсөнсө ғаилә тарҡала. Йәштәрҙең күпселегенең уны ҡороуға еңел-елпе ҡарауҙары, бер төптән булырға теләмәүҙәре, эскелек арҡаһында эш айырылышыуға барып етә, тип фаразлай белгестәр. Ласын тыуған ғаиләлә иһә әсәһе Таңһылыу мин-минлегенә, яһиллығына хужа була белмәй. Атаһы Варис та, тәү ҡарашҡа, идеал кеүек күренһә лә, холҡонда йомшаҡ яҡтары етерлек. Әсәй менән ҡатын араһында сыҡҡан ығы-зығыға, ғаилә башлығы булараҡ, нөктә ҡуя алмай. Тәүәккәллек етешмәй уға. Атаһын һағынған малай Өфөнән Сибайға осраҡлы юлдаштарға эйәреп сығып китә. Юлда изге лә, насар ҙа күңелле кешеләр осрап, төрлө хәл-ваҡиғаларға тарый. Тик ҡанаттары булһа, ҡоштай осоп барып етергә ашҡынған еренә генә бара алмай. Юл фажиғәһенә осрап үлә.
Повесть авторы әҫәр сюжетын ҡорғанда башҡорт әҙәбиәтендә әлегә тиклем осрамаған да тиерлек ҡыҙыҡлы һәм уңышлы алым ҡулланған. «Мин – атай», «Мин – әсәй», «Мин – бала» тип аталған бүлектәр аша бер ғаилә ағзаларының күңел кисерештәре, уйланыуҙары, борсолоуҙары монолог формаһында бирелә. Шунлыҡтан уҡыусы әҫәр геройҙарын яҡшыға-яманға бүлеп ҡарамай, ә улар менән бергә янып-көйә.
Әҫәрҙең атамаһы һәм төп геройҙың исеме менән дә уртаҡ яҡтар бар. Ласын – ҡыйғыр ҡоштарҙың береһе ыласын һүҙенән алынған. Исеменә есеме, ысынлап та, тап килә. Ласын – яҡшы уҡыған, спорт менән дуҫ булған тәртипле малай. Атаһын һағынған сағында, әгәр ҡош булһам, янына осоп ҡына барыр инем, тип уйлай, хыяллана, өҙгөләнә. Теләге мәңгелеккә күҙҙәрен йомғандан һуң тормошҡа аша. Улдарын юғалтыу ҡайғыһынан бергә бул­ған ата-әсәһен күктән ҡыйғыр ҡош булып ҡарап күҙәтә ул. Фантасмагория алымы ярҙамында бер ғаиләнең яҙмышы тулыһынса асылып, авторҙың әйтергә теләгәне сиселештә әйтелеп ҡуйыла. Бала хаҡы тураһында уйланырға саҡыра ул уҡыусыһын.

Милена АБДУЛЛИНА, XI синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы,
Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: