+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәш шайморатовсыларҙы бүләкләнеләр

Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын билдәләгәндә баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанындағы Рәсәй Геройы, генерал Минлеғәле Шайморатов мемориалында тантаналы сара ойошторолдо. Унда махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткән яугирҙар менән бергә Өфө мәктәптәрендә белем алыусы Шайморатовсы синыфы уҡыусыларын да бүләкләнеләр.

Йәш шайморатовсыларҙы бүләкләнеләр
Йәш шайморатовсыларҙы бүләкләнеләр

9 май көндө I дәрәжә «Йәш шайморатовсы» билдәһенә IX «Г» синыфынан Айрат Яҡ­шымбәтов лайыҡ булһа, II дә­рәжә «Йәш шайморатовсы» билдәһен – VIII «Г» синыфы­нан Юлиә Фәсхетдинова менән Диләф­рүз Яхина, ә III дәрәжә «Йәш шайморатовсы» билдәһен VIII «Г» синыфынан Ильяс Йыл­ҡыбаев менән Данил Билалов, IX «Г» синыфынан Флорида Сәйәхова алып һөйөндө. Был бүләкте уларға республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе тап­шырҙы
«Йәш шайморатовсы» билдәһе кемгә биреләме? Уҡыу йылы дауамында төрлө кимәлдә уҙғарыл­ған олимпиадаларҙа, ижади бәйгеләрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, спорт ярыштарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеү, уҡыу алдынғыһы булыу төп шарт һанала. Бынан тыш, мәктәп тормошонда лә әүҙем булырға тейешһең.
Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, йәш шайморатовсылар!

Рим ҒӘББӘСОВ, юғары категориялы тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: