+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Икеһе лә оҫтарып алған

Был мәктәптең бейеү түңәрәгенә йөрөүселәр күп. Шулай булмай ни, уны бит Башҡорт­остандың халыҡ артисткаһы Әлиә Ғәлимйән ҡыҙы Нурғәлиева етәкләй. Балалар бейеү сәнғәтенә һөйөү уятҡан остаздарының бер дәресен дә ҡалдырмаҫҡа тырыша.

Икеһе лә оҫтарып алған
Икеһе лә оҫтарып алған

Хәҙер инде күптәре оҫтарып алған. Улар араһында бер туған Йәсмин һәм Алмас Зәйниевтәр (уңдағы һүрәт) ҙә бар. Бейе­гәндәрен һоҡланып ҡарап ултыраһың. Улар уҡыуҙа ла һынатмай, спорт та яраталар. Өйҙә ата-әсәһенә ҡош-ҡорт ҡарарға, йәшелсә-емеш үҫтерергә ярҙам итергә лә өлгөрәләр.

Илдар ҒӘБИТОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы, Ҡабаҡ ауылы.

Икеһе лә оҫтарып алған
Икеһе лә оҫтарып алған
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: