-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Белеме бар айға осор

Ошо көндәрҙә  Бөрйән районының Байназар мәктәбендә йыл буйына уҡыуҙа тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшеүсе алдынғы уҡыусыларҙың слёты үтте.

Белеме бар айға осор
Белеме бар айға осор

Унда данлы Байназар мәктәбенең һәм уның Мәһәҙей, Яуымбай, Мораҙым, Һарғая, Ҡурғашлы филиалдарының бөркөттәй аҫыл малайҙары, еләктәй матур ҡыҙҙары – киләсәктә ил хәстәрлеген үҙ иңенә һалырҙай 53 иң белемле уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылары, синыф етәкселәре, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Һәр баланың күңелендә сағыу, матур хәтирәләр ҡалдырыр мәртәбәле сараны Байназар мәктәбе директоры, Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре,  “Алдынғылар слёты” мөһим проектының авторы Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев асып ебәрҙе. Артабан сәхнә түренә мәктәптең “Любизар” хәрби–патриотик клубында шөғөлләнеүсе уҡыусы – һалдаттарыбыҙ сараны, илһөйәрлек рухы менән һуғарып, берҙәм сафҡа теҙелеп баҫып , Рәсәй Федерацияһының , Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтарын индергәндән һуң, барлыҡ ҡатнашыусылар аяғүрә тороп, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының гимндарын тыңланы.
 Йәмил Ишбулды улы ғаиләләрендә ике отличник уҡыусы тәрбиәләп үҫтереүсе ата-әсәләрҙе лә тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе һәм уҡыусыларға махсус бүләк, Маҡтау ҡағыҙы, ата-әсәләргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Мәктәптең башланғыс синыфтар уҡыусыларын Илүзә Зиннур ҡыҙы Ырыҫбаева ҡотлап, уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе шундай уҡ йөкмәткеле Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. 
Байназар ауыл хакимиәте башлығы Айрат Зиннур улы Салауатовтың ҡатнашыуы был сараға мәртәбә өҫтәне. Ул уҡыусыларҙы һәр ваҡыт тырыш булырға, атай-әсәйҙәрен, туған мәктәбен, тыуған төбәген данлап йәшәргә саҡырҙы һәм уртансы баҫҡыс уҡыусыларын, уларҙың ата-әсәләрен тәбрикләп, бүләктәр тапшырҙы.
Һәр мәктәп үҙенең элекке уҡыусылары менән данлы, тиҙәр. Эйе, был бик тә хаҡ һүҙҙәр. Иң алдынғы уҡыусылар слётына ҡотларға килгән район хакимиәте башлығы урынбаҫары, мәктәбебеҙҙең элекке сығарылыш уҡыусыһы, белем усағыбыҙҙың ғорурлығы булған Артур Азамат улы Ғалинға мәктәп етәксеһе Йәмил Ишбулды улы мәктәп менән тығыҙ бәйләнеше, даими хәстәрлеге өсөн Рәхмәт хаты тапшырғандан һуң, өлкән синыфтарҙың алдынғыларын, ата-әсәләрен тәбрикләү тап ихтирамлы ҡунағыбыҙҙың үҙенә йөкмәтелде.
Артабан ата-әсәләр исеменән Фирүзә Фәрит ҡыҙы Кинйәбулатова сараны юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн мәктәп директорына, педагогик коллективҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, слётта ҡатнашыусы уҡыусыларҙы ихлас ҡотлап, артабан да ныҡышмал, эшһөйәр, алдынғы булырға өндәне, бөтә уңыштарҙың да нигеҙе тырышлыҡта икәнлеген белдерҙе.
Ысынлап та, мәктәп уҡыусыларының уҡыуҙа ла, фәнни эштәрҙә лә, сәнғәттә лә, спортта ла, хеҙмәттә лә һынатмауҙары шатландыра.
Байрамда алдынғы уҡыусыларҙы ҡотлау сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Бейеү серҙәренә һөйөү хисе уятыусы, хореограф Зилә Йәнғәле ҡыҙы Исмаҡова етәкселегендәге бейеүселәр ансамбле сығыштары сараға йәм өҫтәне. Ансамблдә йырлаусы уҡыусы ҡыҙҙарҙың, малайҙарҙың моңло тауыштары ла күңелдәргә үтеп инде. Һәр сығышты слётта ҡатнашыусылар яратып ҡабул итте.
    «Белеме бар меңде йығыр», ти халыҡ әйтеме. Тормошҡа етди ҡараған, төплө белемгә эйә булырға ынтылған уҡыусыларыбыҙҙың күплеге барыбыҙҙы ла һоҡландырҙы. Уҡыусыларҙы яңынан-яңы ҡаҙаныштарға илтеүсе остаздарға ауыр, ләкин маҡтаулы эштәрендә уңыштар теләге килә. Сара һуңында фотоға төшөү ойошторолдо.
Алдынғы уҡыусылрҙың ата -әсәләре мәғариф системаһын үҫтереүгә, мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға, һәләтле балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүлгәне өсөн республика Хөкүмәтенә, район хакимиәтенә, район мәғариф идаралығына, Байназар мәктәбе етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, ҡыуанышып таралышты.
Был сағыу байрам уҡыусылар күңелендә оҙаҡҡа иҫтә ҡалыр, киләсәктә ҡыйыу аҙымдар яһарға, оло ҡаҙаныштар яулауға этәргес бирер, тигән теләктә ҡалабыҙ. Әле мәктәптең йөҙөк ҡашы булған уҡыусылар киләсәктә халҡыбыҙҙың ғорурлығына әүерелеп, арҙаҡлы шәхестәр сафына баҫыр, ил-йортобоҙҙоң ҙур биҙәге - илһөйәрҙәр булырҙарына ышаныс ҙур.
Белеме бар айға осор, тиҙәр бит.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА,

башҡорттары ҡорлтайы башҡарма комитеты секретары.

 Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

 

Белеме бар айға осор
Белеме бар айға осор
Белеме бар айға осор
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: