+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хыялмы, ысынбарлыҡмы?

Һәр кем үҙенең шәхси роботы булыуы тураһында хыялланалыр. Сөнки ул һинең өсөн өй эштәрен башҡарасаҡ, фатирҙы йыйыштырасаҡ, магазинға барып киләсәк. Кинолағы Электроник быны нисек эшләгәнен хәтерләйһегеҙме? Өйҙә, ҡул аҫтында шундай ярҙамсың булһа, бик шәп инде.

Хыялмы, ысынбарлыҡмы?
Хыялмы, ысынбарлыҡмы?

Һеҙ быны хыял ғы­на, тип уйлайһығыҙмы? Бер ҙә улай түгел. Робот техникаһы ярҙамында бындай киләсәк яҡында ғына.
Беҙҙең мәктәптә конструкторлау һәм робот техникаһы түңәрәге эшләй. Уны уҡытыусы Сергей Викторович Дубовик етәкләй. Беҙ был түңәрәктә VI синыфтан бирле шөғөлләнәбеҙ. Остазыбыҙ етәкселегендә техник ижад өлкәһендә төрлө проекттар эшләйбеҙ һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәбеҙ. Шуға күрә бының менән генә сикләнмәйенсә мәктәп уҡыусылары өсөн дә, фекерҙәштәрҙе, дуҫтарҙы саҡырып, оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә булдыҡ. Тик ҡыйынлыҡтар бар. Беҙҙең технология кабинеты йыһаздары күп уҡыусыларҙы йыйырға мөмкинлек бирмәй, булған ҡорамалдар менән биш планлаштырылған дәрес­тең бары тик береһен генә үткәреп була. Ни эшләргә? Ҡорамалдар, йы­һаздар һатып алырға кәрәк. Уйлай торғас, беҙ бының юлын таптыҡ. Үҙебеҙҙең «Робик технооҫтаханаһы» тигән проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһының «Мәктәпте инициативалы бюджетлау» проекты буйынса конкурсында ҡатнашырға булдыҡ. Еңһәк, хыялыбыҙҙы тормошҡа ашыра аласаҡбыҙ. Был иһә перспективалы һөнәргә бынамын тигән старт булып тора.

Егор ПЕРЕВЕДЕНЦЕВ, Рафаэль МАНСУРОВ,
IX синыф уҡыусылары.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы. 

17-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: