+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Илдар ағайға рәхмәт!

«Синыфташтар онотолмай», – ти әсәйем. Уларҙың Үрге Йәркәй мәктәбен тамамлауына 30 йылға яҡын ва­ҡыт үтһә лә, бер-береһе менән бәйләнеште өҙмәйҙәр. Йыш ҡына осрашып, хәл белешеп торалар.

Илдар ағайға рәхмәт!
Илдар ағайға рәхмәт!

Бер көндө мәктәбебеҙгә Мәскәү өлкәһенән ҡайтҡан синыфташы Илдар Хәлит улы Низамов ҡатыны менән килеп инде. Улар беҙгә бүләк тә әҙерләгән икән. Волейбол, футбол туптары, саңғылар ботинкаһы менән, гер, гантелдәр һәм башҡа спорт кәрәк-яраҡтарын алып килгәйнеләр. Ныҡ ҡыуандырҙылар. Әйткәндәй, Илдар ағайҙың атаһы ла беҙҙең мәктәптә уҡыған икән.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, ти халыҡ. Рәхмәт, Илдар ағай! Һеҙгә һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ.

Аделина ҠАШҠАРОВА, йәш хәбәрсе
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.

Илдар ағайға рәхмәт!
Илдар ағайға рәхмәт!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: