+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Рәхимов уҡыуҙары"нда

Күмертауҙағы Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһында уҙған «Рәхимов уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһында беҙ ҙә ҡатнаштыҡ.

"Рәхимов уҡыуҙары"нда
"Рәхимов уҡыуҙары"нда

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Баш­ҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исемен мәңгеләштереп, яңыраҡ был уҡыу йортона уның исеме бирелгәйне. Ошо уңайҙан республикабыҙҙың Фән һәм мәғариф министрлығы быйыл беренсе тапҡыр «Рәхимов уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһын ойоштороп, уны Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Педагог һәм остаз йылына бағышланы.
Гимназиябыҙ уҡыусыларының сы­ғыштары баһалама комиссияһы тарафынан юғары баһаланды. VIII «А» синыфынан Аделина Хужинаның (етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Ҡылысова) фәнни эше еңеүсе тип танылды. Шулай уҡ X «В» синыфынан Эльвина Ғәббәсова (етәксеһе – баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Ҡылысова), VII «Г» синыфынан Искәндәр Мөхәмәтйәнов (етәксеһе – баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Алламоратова), IX «Б» синыфынан Әҙилә Юлдашбаева (етәксеһе – баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Тимербулатова), IX «Г» шайморатовсылары Ғәлинур Дәүләтбаев, Арыҫлан Ҡорамшиндар (етәкселәре – тәрбиәсе Рим Ғәббәсов, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Римма Тимербулатова) «Рәхимов уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһының при­зёр­ҙары булды. Уларға диплом менән бүләктәр тапшырылды.

Әмилә Ғөбәйҙуллина, IX «Г» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика
башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: