

Тәүҙә «Йәншишмә» гәзите редакцияһына индек. Баш мөхәррир Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов баҫманың тарихы менән таныштырҙы, ә яуаплы сәркәтип Юлдаш Хәйҙәр улы Әхтәмов компьютерҙа гәзиттең нисек эшләнеүен күрһәтте. «Аманат» журналы хеҙмәткәрҙәре менән дә күрештек, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдыҡ.
Иң ҡыҙығы типографияға сәйәхәт булғандыр. Машиналар геүләп, буяу еҫтәре аңҡып торған был бинала гәзит-журналдар һәм китаптар ҙур-ҙур ҡағыҙҙарға сығарыла һәм ҡырҡыла.
Уҡыусылар яңы мәғлүмәттәр алып, матур тәьҫораттар менән таралышты. Ә беҙҙе, уҡытыусыларҙы, бер мәсьәлә борсой. Милли баҫмаларҙы өйгә яҙҙырыу мөмкинлеге барыһында ла юҡ, ә сығып ҡына киоскынан алып булмай. Сөнки «Өфө-матбуғат» һатыу нөктәләре бик аҙ. Мәҫәлән, беҙ йәшәгән биҫтәлә улар юҡ кимәлендә. Шул проблеманы хәл итеп булмаймы икән?
Лилиә Фазлетдинова, уҡытыусы.
Өфө ҡалаһы, 108-се мәктәп.