+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Сыуалташҡа килегеҙ!

Тыуған тупраҡ, атай йорто, әсәй –

Сыуалташҡа килегеҙ!Сыуалташҡа килегеҙ!
Сыуалташҡа килегеҙ!

Тыуған тупраҡ, атай йорто, әсәй –
Изге төшөнсә бит һәр кемгә.
Атайсалға илткән һуҡмаҡ буйлап
Йыр ағыла тыуған көйҙәргә...
Эйе, йыр ағыла... Тыуған яғыма күңелемдән генә ҡайтып килгәндә лә бар булмышымды моң солғап ала. Быны мин аңлата алмайым – һағыныумы ул, әллә икенсе бер төшөнсәме икән?
Хоҙай беҙҙе шулай итеп яралтҡан – һәр кемдең тыуған ере була. Һеҙҙе үҙемдең ғәзиз тыуған ерем – Ейәнсурам, дөрөҫөрәге, Сыуалташ менән таныштырғым килә. Ул өләсәйемдең тыуған ауылында урынлашҡан. Сыуалташ – районыбыҙҙың Башҡорт Самаҙыһы ауылы биләмәһендә бейек тауҙар араһында ғорур баҫып тора. Уның бейеклеге – 10 метрға яҡын. Ике өлөштән торғанға, сыуалып ултырғанға шулай атағандарҙыр. Уның тураһында халыҡ араһында легенда ла йөрөй. Ҡәйнә менән килен йәйге матур көндә еләккә барған һәм һүҙгә килешеп, бер-береһенә әсе ҡарғыш һүҙҙәре яуҙырған. Шул мәлдән улар сыуалып, таш һынға әйләнгән.
Көтөп алған яҙҙар етеү менән бар халыҡ Сыуалташҡа ағыла. Уның тау биттәрендә, ҡая-таштар араһында йыуа үҫә, тәүге умырзаялар тирә-яҡҡа йәм бирә. Кемдер төрлө төҫтәге яҙ сәскәләре араһында фотоға төшөп ҡыуанһа, икенселәр һуғыш, аслыҡ заманында кешене үлемдән алып ҡалған тау йыуаһын йыйып кинәнә. Ҡыш көнө Сыуалташҡа саңғы юлы ғына бар ине. Хәҙер унда машина менән дә елдереп барып етергә була. Ауыл хакимиәте ярҙамы, ауылымдың эшсән халҡы көсө менән үткән йәй тыуған яғым ғорурлығы булған тәбиғәт ҡомартҡыһының тирә-яғын матурланылар. Ҡая ташҡа менеү өсөн бетондан баҫҡыстар һалынды, аҡ ҡайындар янына өҫтәл-ултырғыстар ҡуйылды, ял итеү урындары булдырылды.
Алаңғырт та сауҡа Сыуал башы,
Күккә ашып тора ғорур ташы.
Албырғата кеше күңелдәрен
Ауылымдың серле йөҙөк ҡашы...
Был шиғыр юлдарын минең инәйем, уҡытыусы, журналист, шағирә Гөлмирә Бикбулатова яҙған. Килегеҙ, күрегеҙ, һоҡланығыҙ, дуҫтар, мәшһүр Сыуалташыма.

Илнара БАКИРОВА, X синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас