+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Сыңла, салғы!

Донъялар үҙгәрә, хәҙер ялан яғында ғы­на түгел, тау яҡтарында ла, хатта төпкөл ауылдарҙа ла ҡул менән бесән сабыу онотола бара. Ни эшләйһең, техника заманы бит.

Байрамда ҡатнашыусылар.Байрамда ҡатнашыусылар.
Байрамда ҡатнашыусылар.

Яңыраҡ Быҙаулыҡ аҡланында шаулап-гөрләп «Сыңла, салғы!» тип исемләнгән фольклор байрамы үтте. Уға ныҡлап әҙерләндек. Көнө лә үтә матур ине. Байрам уҙа торған ергә алдан ҡыуыш эшләнеп, таған ҡоролдо.
Ысын бесәнселәр ярышы булды был сара. Ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы Закир Халиҡов йәштәрҙе салғы сүкеү серҙәренә төшөндөрһә, Хәйҙәр Сибәғәтуллин оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Шунан инде сәмле ярыш башланды. Унда балалар ҙа үҙҙәрен һынап ҡараны.
Ҡайһы берәүҙәр уйлағанса ябай хеҙмәт түгел бит бесән сабыу. Ҙур оҫталыҡ, көс, ғәйрәт, быуындарҙың ныҡлығын, таһыллыҡты талап иткән кәрәкле эш һанала ул беҙҙең яҡта.
Алдан әҙерләнгән ерҙә 3 ирҙәр һәм 1 ҡа­тын-ҡыҙҙар командаһы көс һынашты. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа һынатманы, шулай булмай һуң, улар бәләкәстән бесән сабып, күбә күбәләп, кәбән һалып үҫкәндәр бит. Ауылыбыҙҙың эшҡыуарҙары Илфат Ришат улы Вәхитов, Радик Ғизметдин улы Вәхитов, Гүзәл Суфиян ҡыҙы Ғөбәйҙуллина байрамда ҡатнашыусыларға бүләктәр алғанда ярҙам итте, уларға рәхмәт әйтәбеҙ.
Байрам һуңында төтөн еҫе һеңгән тәмле урман сәйе эстек, төрлө тәмлекәстәр менән һыйландыҡ.

Ғәлимә ИШМОРАТОВА.
Ишембай районы, Яңы Һәйет ауылы.

«Беҙгә байрам оҡшаны».
Салғы сүкеү буйынса  оҫталыҡ дәресе.
«Беҙгә байрам оҡшаны».
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас