

Кескәйҙәр бик ҡыҙыҡһыныусан: тәрбиәсе апайҙары менән бергә тирә-яҡ мөхитте өйрәнәләр, тәбиғәт күренештәрен күҙәтәләр. Тағы ла ҡомда уйнарға, төрлө һындар эшләргә яраталар.
Тиктормаҫ кескәйҙәр спорт уйындарын уйнарға өйрәнә, «Әкиәт»тә уҙған байрамдарҙа һәм ярыштарҙа ҡатнаша.
Йәй-балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә бик яҡшы һәм файҙалы ваҡыт.Тап ошо мәлдә балаларҙың һаулыҡтарын нығытыу мөмкинлеге бик ҙур.
Гөлфирә ТУЛЫБАЕВА, тәрбиәсе.
Сибай ҡалаһы.