

Һаулығым – ҙур байлығым,
Быны мин яҡшы беләм.
Һау-сәләмәт булғас, көн дә
"Әкиәт"кә йүгерәм!
Көтөп тора йылмайышып
Унда ихлас апайҙар.
Беҙгә белем, тәрбиә бирә,
Һөйөп, наҙлап ҡарайҙар.
Күп мәғлүмәт алдыҡ беҙ
"Һаулыҡ"аҙналығында.
Һис кенә лә бирешмәҫбеҙ
Витаминдар булғанда.
Йәшелсәләр шаулап үҫә
Беҙ үҫтергән түтәлдә.
Ҡыяр, кишер, кәбеҫтәһе
Килеп ята өҫтәлгә.
Хәрәкәтле уйындар
Сыныҡтыра, дәрт бирә.
Татыу ҡыҙҙар, малайҙар –
Быға тағы ни етә?
Һау-сәләмәт булғас, беҙ
Шаярабыҙ, көләбеҙ.
Дуҫтарҙы йәнә һағынып,
"Әкиәт"кә киләбеҙ.
Гүзәлиә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА,
"Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Сибай ҡалаһы.